Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
1 Июль 2019, 12:40

Иркутск өлкәһен һыу баҫҡан

Бер ерҙә ҡоролоҡ йонсота, Иркутск өлкәһен һыу баҫаРәсәй Президенты Иркутск өлкәһендәге ташҡын һәм һыу баҫыу һәләкәте буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Бер ерҙә ҡоролоҡ йонсота, Иркутск өлкәһен һыу баҫа

Рәсәй Президенты Иркутск өлкәһендәге ташҡын һәм һыу баҫыу һәләкәте буйынса күрһәтмәләр бирҙе.


Ишеткәнһегеҙҙер, ул өлкәлә 25 июндән алып ямғырҙар яуыу арҡаһында күп тораҡ пунктты һыу баҫҡан. Етмәһә, Көнсығыш Саян тауҙарында ҡар ирей башлаған. Быныһы - икеләтә бәлә. 2000-гә яҡын йортто һыу баҫҡан, халыҡты күсереү һаман дауам итә. Меңдәрсә кеше утһыҙ, элемтәһеҙ ҡалған. Юлдарға - 800, ауыл хужалығына 300 миллион һум зыян килгән. 600-ҙән ашыу мал һәләк булған.


Рәсәй Президенты етәкселегендә Братск ҡалаһында кәңәшмә үтте. Бында халыҡҡа ярҙам итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Владимир Путин уның үтәлешен даими контролдә тотасағын белдерҙе. 3 июлдә тағы ла ошо һәләкәткә бәйле кәңәшмә ойоштороласаҡ.


Ә синоптиктар Иркутск өлкәһенә тағы ла ҙур тулҡын ябырыласағын фаразлай. 6 - 7 июлдә ҡойма ямғыр арҡаһында ташҡын булыуы ихтимал.


Владимир Путин оборона министры Сергей Шойгуға ташҡынға ҡаршы көрәштә әгәр кәрәк булһа армияны ла файҙаланырға ҡушты.

#ВладимирПутин
Читайте нас: