Пассажирҙар 1 июлдән «Алға» транспорт картаһы менән юл хаҡын түләй башланы
Әлегә был система Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында эшләй. Ярты йыл эсендә республиканың башҡа төбәктәрендә лә берҙәм транспорт картаһын ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
"Алға" берҙәм транспорт картаһы менән йәмәғәт транспортында иҫәпләшергә мөмкин. Бының өсөн транспорт саралары махсус терминал менән йыһазландырылған. Картаны ҡайһы бер кибеттәрҙән тыш, "Өфө матбуғат" киоскыларында һатып алырға була. Уның хаҡы илле һум. Картаға аҡса һалыу өсөн комиссия юҡ.
Яңы транспорт картаһының өҫтөнлөгө шунда, ҡулланғанда юл хаҡы 20 һумға төшә, ә ҡулаҡса менән 25 һум түләргә тура килә. Тимәк, "Алға" картаһы менән йөрөү арзаныраҡ килеп сыға.
Берҙәм транспорт картаһы Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларының йәмәғәт транспортында һәм ҡала яны йүнәлештәрендә ҡулланыла башланы. Көҙгә был яңы иҫәпләшеү системаһына республиканың башҡа ҙур ҡалалары һәм шәхси пассажир ташыусылар ҙа ҡушыласаҡ.