Рәсәйҙең вице-премьеры Татьяна Голикова белдереүенсә, ил халҡы күпләп кәмей: быйыл, мәҫәлән, дүрт айҙа 149 мең кешегә аҙайған.
Илдә тыуымға ҡарағанда үлемдең күберәк булыуы сер түгел. Халыҡ башлыса яман шеш, йөрәк-ҡан тамырҙарынан вафат була. Юл транспорты фажиғәләрендә һәләк булыусылар ҙа арта.
"Рәсәйҙә демографик хәлде күп балалы ғаиләләрҙе арттырыу иҫәбенә яҡшыртырға мөмкин", – тигәйне элек Федерация Советы спикеры Валентина Матвиенко.
Белеүебеҙсә, быйыл Рәсәйҙә "Демография" тигән милли проект иғлан ителде. 2019 – 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән документты тормошҡа ашырыуға ил ҡаҙнанан 1,6 триллион аҡса бүлергә иҫәп тота.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан