Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2019, 18:35

Мөғжизәле аҡса

Берәү юл буйлап китеп барған. Ҡараһа – бер тин аҡса ята. Егет уны йәһәт кенә һонолап алған да янсығына һалған. “Бер тин дә – аҡса”, – тип үҙ алдына һөйләнгән.

Берәү юл буйлап китеп барған. Ҡараһа – бер тин аҡса ята. Егет уны йәһәт кенә һонолап алған да янсығына һалған. “Бер тин дә – аҡса”, – тип үҙ алдына һөйләнгән. “Их, әгәр ошонда бер мең һум тапһам, атайым менән әсәйемә бүләк алыр инем”. Шул саҡ ул янсығының ҡалынайыуын тойған. Ҡараһа, ысынлап та, унда бер мең һум ята икән. “Ҡайһылай ҡыҙыҡ! Бер тин бер меңгә әйләнгән! Әгәр ун мең тапҡан булһам! Ул сағында атайым менән әсәйемә һыйыр алып бирер, уларҙы тәмле һөт менән һыйлар инем”. Юлаусы йәнә янсығының “һимереүен” һиҙгән. Асып ҡараһа, унда шул сама аҡсаны күргән. Ҡыуанысынан ни эшләргә белмәгән егет был юлы 100 мең һум табыуын теләгән. Ул сағында яңы өй һатып алыр, өйләнер, ата-әсәһен үҙҙәре янына йәшәргә алыр. Ҡайһылай шәп булыр! Был юлы ул янсығында йөҙ мең һумды күргән. Шул саҡ егет йәнә уйға ҡалған. “Бәлки, атаһы менән әсәһен яңы өйгә алып килеп тормаҫ, кәләше уларҙы оҡшатмаҫ? Ярай, үҙҙәренең иҫке өйҙәрендә йәшәп торорҙар әле. Һыйыр тотоу ҙа мәшәҡәтле, кәзә лә ярап торған. Бүләк тә алып тормаҫ, былай ҙа мәшәҡәтле сағы”. Егет ҡапыл янсығының еңеләйеп ҡалыуын һиҙә һәм, асып ҡараһа, унда ни бары бер тин ята, ти.
Читайте нас в