150 г һабынды 10 л һыуға иҙеп һалһағыҙ, ағастарығыҙҙа һәм сәскәләрегеҙҙә үлән бете булмаҫ. Сирле гөлдәрҙе ташлағандан һуң гөл һауытын йыуырға мөмкин.
Баҡса еләге сәскә атҡан мәлдә туҡландырыу өсөн һәйбәт. 10 литрға 5 – 10 тамсы йод һалырға кәрәк. Иретмә үҫемлекте төрлө сирҙән дә һаҡлай.
Ҡыуаҡлыҡтарығыҙ һынһа, ҡабаҡта сыйылған урындар булһа, «зеленка» һөртөп ҡуйырға мөмкин. Ул сереүҙән һаҡлай.
Сода иретмәһе һипһәгеҙ, виноградығыҙҙың емеше тағы ла нығыраҡ балланыр. Ҡыяр ауырымаһын өсөн дә был иретмә менән эшкәртергә мөмкин.
Помидор теплицала эҫенән һулып ултырһа, борос, баклажан емешләнмәһә, ҡыярҙың уңышы әҙ булһа, бор кислотаһы иретмәһе һиптерәләр. 2 г кислотаны 500 мл эҫе һыуҙа иҙергә һәм шуға 10 литр һыу ҡушырға.
5 л һыуҙа 5 мл глюкоза һәм 1 мл В1 витаминын иҙергә. Был шыйыҡсаны ике аҙна һайын гөлдәрегеҙгә һибеп торһағыҙ, улар үҫеп китер һәм һеҙҙе сәскәләре менән һөйөндөрөр.
Лайлалы ҡусҡар булмаһын өсөн үҫемлектәр эргәһенә һибеп сығығыҙ. 10 литр һыуҙа 100 г порошокты иретеп, сәскә атҡандан һуң алмағастарҙы, грушаны эшкәртһәгеҙ, ҡорттары булмаҫ.
Орлоҡтарҙы һәм бүлбеләрҙе ауырыуҙарға бирешмәһен өсөн марганцовка иретмәһендә дезинфекциялайҙар (10 литр һыуға – бер ҡалаҡ марганцовка). Картуфты тишеүсе ҡорт булмаһын өсөн сәсер алдынан бүлбеләрҙе марганцовкалы һыуҙа тотоп алырға кәрәк.
Бесәй, эттәрҙең бетенә ҡаршы шампунь менән тәҙрә төптәрен һөртһәгеҙ, гөлдәрегеҙгә башҡа үҫемлектәрҙән үлән бете йоҡмаҫ. Шырпының көкөртлө башын тупрағына ҡаҙап ҡуйһағыҙ ҙа, төрлө бөжәкте юҡҡа сығарыр.