Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Июль 2019, 13:24

Йәшлек хистәрен һүрелтмәй

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөЙәшлек хистәрен һүрелтмәйЯңы ғына өйләнешкән кеүек, бер-береһенең күҙенә генә ҡарап торған был пар бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итеп, уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күреп, яратышып өйләнешкәндәр генә шулай олоғайғансы йәшлек хистәрен һүрелтмәй йәшәйҙер тип уйлайһың.

2017 йыл
2017 йыл

8 июль – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө
Йәшлек хистәрен һүрелтмәй
Яңы ғына өйләнешкән кеүек, бер-береһенең күҙенә генә ҡарап торған был пар бөтәһенең дә иғтибарын йәлеп итеп, уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәтен күреп, яратышып өйләнешкәндәр генә шулай олоғайғансы йәшлек хистәрен һүрелтмәй йәшәйҙер тип уйлайһың. Һүҙем – Иҫәнғол ауылынан Мырҙабулатовтар ғаиләһе тураһында.
Радик Әбсәләм улы һәм Мөкәрәмә Зәйнулла ҡыҙының өйләнешеүенә илле бер йыл да булып киткән. Ошо ғүмер арауығында нимә генә булмаған да, ниҙәр генә кисермәгән уларҙың ғаилә карабы. Яңы ғына тормош ҡороп бергә йәшәй башлаған кеүек булһалар ҙа, инде бүләсәрен һөйөү бәхетенә ирешкәндәр. Ә уларҙың танышып китеүҙәре үҙе бер тарих! 1967 йыл. Бикбирҙе ҡыҙы Мөкәрәмә апай Стәрлетамаҡ пединститутын тамамлап, Иҫәнғол беренсе һанлы мәктәбендә рус һәм әҙәбиәтенән уҡытып йөрөй, ә Бужан егете Радик ағай Новотроицк төҙөлөш техникумында белем алғандан һуң, Иҫәнғолда Ауыл хужалығы идаралығында инженер-төҙөүсе булып эшләй. “Миңә бер йыл Яңы Юлдан йөрөп уҡытырға килде, Эйек аша һалынған күпер ул ваҡытта алына торғайны яҙғы ташҡын ваҡытында. Шул ваҡытта пионервожатый Земфира Шәрип ҡыҙында аҙна-ун көн ятып уҡыттым. Каникулға сыҡҡайныҡ, ҡаланан балаһы менән әхирәтем килде. Баланы күтәреп магазинға сыҡҡайныҡ, көн һыуыны ла китте. Балаға кейем алмағанбыҙ, аптырағас, бергә эшләгән уҡытыусы Мөнирә Шәрифйән ҡыҙының (райондың баш табибы Азат Байгилдиндың әсәһе) йәш балалары бар, уның әйбере булыр, тип уларға индек”, – тип бәйән итә Мөкәрәмә апай танышыуҙарын. – Ә ағайың уларға күрше генә йәшәй ине. Мөнирә Шәрифйән ҡыҙы ҡыҫтап сәй эсергә ултыртты һәм ағайығыҙҙы ла саҡырҙы…”
Бына шулай, бер күргән – белеш, ике күргән – таныш, тигәндәй, йәштәр аралашып-һөйләшеп китә, осраша башлай һәм шул йылдың октябрендә, оҙаҡҡа һуҙмай, өйләнешеп тә ҡуялар. Шул ваҡыттан күпме һыуҙар аҡҡан, күпме ғүмер уҙған, мөхәббәт емештәре – улдары Ирек (Ирек Сәмиғулла улының исемен ҡушҡандар) һәм Ғәлим тыуып, хәҙер улар балаларын-ҡошсоҡтарын үҙ аллы тормош юлына баҫырға ярҙам итә. Ирек Сибайҙа музыка колледжында – директор, ә ҡатыны Вероника Сибай педколледжда музыка белгестәрен әҙерләй. Уларҙың ҡыҙҙары Динә – Мәскәүҙә, юғары белемле, кейәүе Кирилл менән Оксана исемле ҡыҙ тәрбиәләй, Лиялары Курчатов исемендәге институтта магистратурала уҡый. Ғәлимдәре Алма-Ата хәрби училищеһын тамамлағандан һуң Ҡазанда хеҙмәт итә, әле пенсияла булһа ла, уға йәмәғәт эшен йөкмәткәндәр – хоҡуҡ һаҡлау ғәскәрҙәре ветерандарының Бөтә Рәсәй төбәк бүлегенең Татарстан Республикаһы буйынса рәйесе. Ҡатыны Зөһрә – Иҫәнғолдан Светлана һәм Ғәфүр Мәһәҙиевтарҙың ҡыҙы, “Модуль” медицина фирмаһында коммерция директоры. Улар ике ул тәрбиәләп үҫтергән, Ильяс әрме хеҙмәте үтә, Айрат техникумда белем ала. Ошо бәхет түгелме ни – балаларыңдың балаларының уңыштарын күреп, улар өсөн шатланыу!
“Тормош булғас, төрлө хәлдәр булғандыр инде. Ир менән ҡатындың бала тәрбиәләү буйынса ла проблемалары була, нисек үткәрҙегеҙ шул мәлдәрҙе”, – тип һорайым Радик ағайҙан. “Беҙҙең ваҡыт булманы әрләшеп ултырырға, мин – командировкаларҙа, апайың да эштә”, – көлөп яуаплай хужа. Шулайҙыр, ә эшкә йөрөүҙән тыш, йәмәғәт эштәрен дә алып барырға ла тура килә бит уларға.
“Хәҙер йәштәр, бөтәһен дә әйтмәйем, өйләнешеп өлгөрмәй, айырыла башлай. Бер-береңде еңәм, баҫам тип түгел, ә аңлап, килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, төшөнкөлөккә бирелмәй, татыу йәшәргә, барына ҡәнәғәт итә белеү ҙә кәрәк. Тағы ла беҙ, Радик ағайың менән ике яҡлап та туғандарҙы хөрмәт иттек, айырып ҡараманыҡ, – Мөкәрәмә Зәйнулла ҡыҙы йәш ғаиләләргә кәңәш бирә. – Һәм икәү-ара мөхәббәттең булыуы ла мөһим, йәшлектәге хистәрҙе һүрелтмәй йәшәһәң, барыһы ла һәйбәт булыр”. Улар 30 йыл Радик ағайҙың әсәһе менән бергә йәшәйҙәр, Мөкәрәмә апайҙың әсәһен, тағы ла Радик ағайҙың ике туған апаһын да тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаталар.
Тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә кисереп, уртаҡлашып, һөйөү хистәрен әлеге көнгә тиклем һүрелтмәй йәшәгән Мырҙабулатовтарға һоҡланып ҡарамаған кеше юҡтыр. Уларға ҡалған ғүмерҙе лә тиң кисереп, балаларының уңыштарына шатланып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: