Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
11 Июль 2019, 20:10

БАЛ ҠОРТТАРЫ ҠЫРЫЛА...

Бал ҡорттары үлә. Был афәт ун районда күҙәтелә. Ирекһеҙҙән Ванганың күрәҙәселеге иҫкә төшә - йәнәһе лә, ахыры заман алдынан бал ҡорттары ҡырылып бөтөр...

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында бал ҡорттарының үлеүен тикшергән махсус ведомство-ара төркөм барлыҡҡа килде.


«Башинформ» агентлығы һуңғы ике аҙна эсендә республиканың ун районынан бал ҡорттары үлә тигән мөрәжәғәттәр алған.

Ҡырылған бөжәктәрҙең иҫәбе дөйөм һандан 0,6% тирәһе тәшкил итә. Был хәлдең килеп сығыуына рапс баҫыуҙарын эшкәрткән химикаттар сәбәпсе тип баралар. Төп ғәйеп ниҙә икәне аныҡ түгел, үле ҡорттарҙың өлгөләре махсуслашҡан лабораторияларға тикшереүгә йүнәлтелгән.


Башҡортостандың ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов махсус рәүештә төҙөлгән ведомство-ара эш төркөмөндә баш ҡорттарының үлеүенә килтергән сәбәптәр ентекле тикшерелә тип белдерҙе.


Кәңәшмәлә төп версия тип умартасылыҡ тураһындағы төбәк законы һәм ауыл хужалығында химик матдәләр ҡулланыу ҡағиҙәләре боҙолоу тип әйтелде. Район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуроры Рунар Шайхетдинов әйтеүенсә, етди яуаплылыҡ ҡаралған, йәҙәр мең һумғаса штрафтар һалына.


Өҫтәүенә, был йыл ауыл хужалығы өсөн ауыр килде: һауа торошо ҡоротҡос бөжәктәрҙең, , айырыуса кәбеҫтә күбәләгенең күпләп үрсеүенә килтерә. Шуға күрә лә аграрийҙар химикаттарҙы ғәҙәттәгенән тыш күберәк ҡулланырға мәжбүр, рапс баҫыуҙарына сәскә атҡан мәлендә лә һиптерелә.


Бшинформ мәғлүмәттәре буйынса.
Читайте нас: