Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Июль 2019, 12:26

ЭШҠЫУАРЛЫҠҠА УҠЫТАСАҠТАР

Алдағы йылдар тәжрибәһе буйынса, йыл һайын уҡыу өсөн 6 меңдән 15 меңгә кеше теркәлә, быйыл уҡыусыларҙы йыйыу августа башланасаҡ. #миллипроекттар #нацпроекты #национальныепроекты #эшҡыуарлыҡ

Башҡортостанда 2019 йылда "Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа инициативаһына ярҙам итеү" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә 2,5 меңдән ашыу кешене бизнес алып барыу һәм финанс белем биреү планлаштарыла. Улар 1 меңгә яҡын кесе бизнес субъекты булдырыр тип көтөлә.
"Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам итеү" дөйөм дәүләт проекты сиктәрендә 2024 йылға ҡәҙәр 5,5 мең кеше белем алырға тейеш, һөҙөмтәлә, 3,5 меңдән артыҡ кесе һәм урта бизнес субъекты барлыҡҡа килергә тейеш. Проект халыҡ араһында эшҡыуарлыҡтың дөрөҫ образын формалаштырыуға, граждандарҙы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ секторына йәлеп итеүгә һәм эшҡыуарҙар артыуға йүнәлтелгән. Алдағы йылдар тәжрибәһе буйынса, йыл һайын уҡыу өсөн 6 меңдән 15 меңгә кеше теркәлә, быйыл уҡыусыларҙы йыйыу августа башланасаҡ.
#миллипроекттар #нацпроекты #национальныепроекты #эшҡыуарлыҡ
Читайте нас: