Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
12 Июль 2019, 18:40

Сусҡалар балаларға һөжүм иткән!

Алтай крайының Ельцовка районы үҙәгендә була был хәл.

Алтай крайының Ельцовка районы үҙәгендә була был хәл.


Һин дә мин уйнаған бер туған ике ҡыҙсыҡҡа ауыл уртаһында уйламағанда ҡарауһыҙ йөрөгән дүрт сусҡа ташлана.


Был хайуандар ҡорбан итеп нишләп тыныс ҡына уйнаған балаларҙы һайлағандыр? Ҡыҙҙарҙың дүрт йәшлеге, "йыртҡыстар"ҙан ҡасам тип, эләгеп йығыла. Аҙаҡ хайуандар яҡлауһыҙ балаға ташланып, уны йәрәхәтләй. Ә өлкәнерәге, ете йәштәгеһе, хайуандарҙан ҡасып өлгөрә.


Сусҡаларҙың был ҡылығынан һуң дүрт йәшлек ҡыҙ бала реанимацияға эләгә. Әлеге ваҡытта Алтай крайы тәфтишселәре ваҡиға буйынса тикшереү эше алып бара.
Читайте нас: