"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Июль 2019, 12:07

Бер ауылды һыу баҫты!

Башҡортостандың төньяғында яуған йәшенле ямғыр афаткә әйләнә яҙған. Был хәлде ауыл халҡы телефонға төшөргән һәм социаль селтәрҙә бүлешкән.


Тәтешле районында ҡойма ямғырҙан һуң Шүлгән ауылын һыу баҫа. Ауыл халҡы социаль селтәргә һалған фото-видеоларҙа ямғыр һыуының нисек картуфлыҡтарҙы йыуып, ҡыуаҡтарҙы йығылтып, өйгә тулыуын күрергә була. "Иртәнсәк кенә баҡсала еләк йыйып йөрөгәйнем, ә хәҙер өйгә инеүе лә ҡурҡыныс!" - ти Шүлгәндә йәшәгән бер ҡатын.



Ямғырҙан һуң урамдар йылғаға әйләнә. Ҡойма ямғыр эҙемтәһенән баҙап ҡалған шүлгәндәр үҫкән уңышты нисек һаҡлап ҡалырға, тип аптыранғанда, ауыл халҡының ҡаҙ-өйрәге рәхәтләнеп "күлдә" йөҙә.


Читайте нас: