ӨФӨ, 2019 йыл, 31 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
Кисә Йылайыр районының Юлдыбай участка урмансылығы биләмәһендә сыҡҡан янғындың майҙаны 15 гектарҙан 76-ға тиклем артҡан.
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тәүҙә баҫыу яна башлаған, аҙаҡ ут башҡа категориялы ерҙәрҙән урман фондына күскән.
Әле янғынды һүндереүгә 70 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын һүндереүселәр, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ урындағы халыҡ утҡа ҡаршы көрәшә.
Урманға янғыны хәүефе янаған осраҡта шунда уҡ Башҡортостан Урман хужалығы ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәте телефонына (347) 218-14-14) йәки Урман һағының берҙәм федераль номерына (8-800-100-94-00) шылтыратырға кәрәк.