"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Август 2019, 18:46

Әхмәтбаҡыйҙы Урта Азиянан эҙләп килгәндәр

Ейәнсура районының Үрген ауылында арҙаҡлы шәхес Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюловтың (1860–1936) хәтер кисәһе үтте.

Ейәнсура районының Үрген ауылында арҙаҡлы шәхес Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюловтың (1860–1936) хәтер кисәһе үтте.


Халыҡ уның ҡәбере янында аят уҡыуҙа ҡатнашты, ауыл клубында дин әһеленең тормош юлы, эшмәкәрлеге тураһында сығыштар тыңланы, ҡорбан итенән ауыҙ итте.


Әхмәтбаҡый Фәхретдин улы 1890 йылда Ырымбур Мосолмандар диниә назаратында имтихан тапшырып, Рәсәй батшаһы ғали йәнәптәре Указы нигеҙендә имам-хатип һәм мөғәллим дәрәжәһен алған. Ул ике тапҡыр хаж ҡылған, Мысырҙың Ҡаһирә ҡалаһында Әл-Әзһар университетын тамамлаған, тыуған ауылында мәсет һалдырған.


Йәмәғәт эшмәкәре Юлай Солтанбаевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙрәт табип булараҡ та киң билдәлелек яулаған, хатта Урта Азия тарафтарынан уны килеп табып, дауаланып ҡайтып киткәндәр.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: