Башҡортостан Республикаһы – милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан ярайһы уҡ кимәлдә ярҙам алыуға өлгәшкән төбәктәрҙең береһе
Рәсәй Федерацияһы субъекттарына федераль ярҙам күрһәтеү өсөн 2 млрд һум бүленһә, шуның 112,5 млн һумы республикабыҙ файҙаһына бүленәсәк.
Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсалар “фабрикалар процесын” барлыҡҡа килтереү, төбәктәге компетенциялар үҙәге эшмәкәрлеген үҫтереү һәм проектта ҡатнашыусы предприятиеларға тышҡы консультанттарҙы йәлеп итеү өсөн тәғәйенләнгән. Бынан тыш ҡатнашыусылар өҫтәлмә рәүештә дәртләндереүсе льготалар һәм субсидиялар ала аласаҡ.
Алты йыл эсендә сеймал булмаған өлкәләрҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫешен 30 процентҡа тәьмин итеү зарур. Был маҡсатҡа ирешеү өсөн республиканың 196 предприятиеһын йәлеп итергә кәрәк.
2019 йылда Башҡортостанда хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше 102,3 процент тәшкил итергә тейеш.
Быйылғы йылда республиканың, планды үтәү өсөн, милли проектта ҡатнашырға 50 предприятиены йәлеп итеүе кәрәк. Әлеге көндә 28 ойошма ҡатнашыусылар иҫәбендә.
Алдынғы тәжрибәһе булған Рәсәй предприятиеларын йәлеп итеү ҙә милли проекттың айырым йүнәлеше булып тора. Санкт-Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисад форумында ПАО “Камаз”, ПАО “Сбербанк” кеүек компаниялар менән партнерлыҡ килешеүе төҙөлдө лә инде.