Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Август 2019, 18:22

Байышта ла мәсет төҙөлә

Байыш ауылында ла тиҙҙән мәсет буласаҡ Мәсетле ауылдар күбәйә районыбыҙҙа. Бынан бер-ике йыл элек нигеҙ ташы һалынған Байыш ауылы мәсетендә лә эштәр тамамланыуға табан бара.

Байыш ауылында ла тиҙҙән мәсет буласаҡ

Мәсетле ауылдар күбәйә районыбыҙҙа. Бынан бер-ике йыл элек нигеҙ ташы һалынған Байыш ауылы мәсетендә лә эштәр тамамланыуға табан бара. Кирбестән һалыныусы мәсеттең стеналары эстән штукатурланып, электр яҡтылығы үткәрелгән. Ошо арала манараһын күтәреп, тыштан профнастил менән көпләмәкселәр. Материал етә, тик манараны күтәреү өсөн кран хеҙмәтенә, эшселәргә түләргә аҡса кәрәк була. Ярҙам итергә мөмкинлектәре булғандарға мөрәжәғәт итеп, түбәндәге телефон һандары буйынса (мобильный банкка тоташтырылған) 8-917-457-75-77 (Гилман Ахметдинович); 8-919-141-98-61 (Хамит Ахметович) аҡса күсерһәгеҙ ине, тибеҙ. Бәлки, таныштарығыҙға ла ебәрерһегеҙ был мәғлүмәтте. Ҡорбан байрамы алдынан сауабы бик ҙур була, йәмәғәт!

Төҙөлөш бөткәс һәр ойошманың (етәксеһенең), һәр кешенең исемен мәңгеләштергән яҙыу эленеп ҡуйыла.

-Аллаһу Әкбар! Аллаһу Әкбар! Аллаһу Әкбәр! Ләә иләһи иллалах, Мөхәммәт рәсулуллах.Бөтәгеҙҙе лә ҡотлайым, бөгөн - 6 августа манара ҡуйылды. Был тарихи ваҡыт. Тимәк, алда торған Ҡорбан Ғәйетен мәсеттә үткәрергә мөмкин буласаҡ, тип ҡыуана Ғилман хажи. - Аллаһы Тәғәлә риза булһын, ауылыбыҙ йәшәһен халҡы иманлы булһын.Амин!

Әйткәндәй

Мәсет – ул кешеләрҙе донъяға ислам күҙлеге аша ҡарарға өйрәткән рухи һәм мәғрифәтселек үҙәге. Дин – ул нәсихәт. Тимәк, кәңәш биреү, фекерләшеү, яҡшылыҡҡа өйрәтеү, яманлыҡтан тыйылыу ул. Ерҙә ҡош ояһындай ғына мәсет төҙөгән кешегә лә Аллаһы Тәғәлә йәннәттә һарай төҙөр тип әйтелә хәҙистә. Тимәк, мәсет төҙөлөшөндә ҡатнашҡан һәр кеше йәннәт һарайына лайыҡ булыр.
Читайте нас: