Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2019, 11:41

УРМАН ЯНҒЫНДАРЫНА ҠАРШЫ

Был хаҡта урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.

Был хаҡта урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе. “Башҡортостанда 8 янғын-химия станцияһы бар. Йыл башында уларҙың тейешле техника менән тәьмин ителеше 83 процент тирәһе ине. Быйыл был күрһәткесте 87 процентҡа еткерәсәкбеҙ. “Экология” милли проектына ярашлы, 2024 йылға ҡәҙәр станциялар техника, инвентарь, башҡа махсус ҡорамалдар менән тулыһынса тәьмин ителәсәк”, – тине министр.

Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, быйыл урмандарҙы янғындан һаҡлау өсөн техниканы яңыртыуға республика ҡаҙнаһынан 44 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Һәм 2024 йылға тиклем ошондай уҡ күләмдә аҡса йыл да бүленәсәк.


Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү” тип аталған бүлексәләрҙән тора.

Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.