Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Август 2019, 13:52

Һайлау бюллетене хаҡында нимә белергә?

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға 3 054 003 бюллетень баҫыла,

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауға 3 054 003 бюллетень баҫыла, шул иҫәптән КОИБ-тар өсөн (һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары) махсус рәүештә—354 850 дана әҙерләү күҙаллана. Территориаль һайлау участкалары заявкаларына ярашлы, улар өс телдә баҫыла: рус һәм башҡорт телендә –398300 һәм рус-татар телендә –205 503 дана. Һәр бюллетендә рус телендә лә текст булырға тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында

.

Республика Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бюллетендәр 30 августан да һуңға ҡалмайынса әҙер булырға тейеш. Улар 2019 йылдың 6 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса, ҡануниәт тарафынан билдәләнгән тәртиптә, участка һайлау комиссияларына тапшырыла.

Һайлау участкаһында бюллетендәр һаны ошо һайлау участкаһында теркәлгән һайлаусылар һанынан 0,5 проценттан артыҡ булмаҫҡа һәм бюллетендәр тапшырылған көнгә тейешле һайлау участкаһында һайлаусылар исемлегенә индерелгән һайлаусылар һанынан 70 проценттан аҙыраҡ тәшкил итергә тейеш. Әгәр участкала торған урыны буйынса һайлаусыларҙың күберәк булыуы көтөлһә, махсус комиссияның ҡарары буйынса бюллетендәр һаны арттырылыуы мөмкин.

Барлыҡ бюллетендәрҙең уң яғында участка һайлау комиссияһының мисәте менән нығытылған участка комиссияһының ике ағзаһының ҡултамғалары ҡуйыла.

Һәр һайлаусы бер тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн бер бюллетень ала. Әгәр һайлау көнөндә бер участкала бер нисә һайлау үтә икән, һәр береһе өсөн һайлаусыға айырым бюллетень тапшырыла.

8 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә республиканың ҡайһы бер төбәктәрендә бер нисә тауыш биреү ойошторола. Әйтәйек, Нефтекама ҡалаһында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәренә участкала бер юлы өс бюллетень тапшырыла: республика Башлығы вазифаһына кандидаттарға, 16-сы Комсомол һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға һәм 9-сы бер мандатлы һайлау округы буйынса Нефтекама ҡалаһы ҡала округы Советы депутатын өҫтәмә һайлауҙа кандидаттарға тауыш биреү өсөн.

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы.
Читайте нас: