Бөгөн Хаж башланыу көнө. Хаж ғәмәлдәрен башҡарыусылар араһында яҡташыбыҙ Фәнүзә Аллағолова ла бар.
– Бөгөн Хаж башланыу көнө - хажиҙар ихрамға инәләр, йәғни тере көйөнсә кәфенләнәләр, Таваф ҡылалар, йәғни беренсе мәсет - Кәғбәтулла тирәләй сәғәт әйләнешенә ҡаршы ете тапҡыр әйләнәләр, унан Сая ғәмәле башҡарыла, ике тау араһында Сафа менән Марва тауҙары араһында ете тапҡыр әйләнеп сығалар. Унан һуң автобустарға ултырып Мина тигән ергә, палаткаларҙан торған лагерға урынлашалар. Иртәгә, йәғни 10 август – Ғәрәфә тауында тороу, ә кис Мөздәлифәлә, асыҡ йондоҙҙар аҫтында йоҡлау, – тип хәбәр итте беҙгә Өфөлә йәшәүсе Ғилман хажи Мөхәмәтйәнов.
Уның һөйләгәндәренән тағы шул мәғлүм булды: сығышы менән беҙҙең райондың Байыш ауылынан булған Фәнүзә Аллағолова (Уразова) ошо көндәрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында хаж ғәмәлдәрен башҡара. Нәҡ ошо мәлдәрҙәрҙә – 7 августа Байышта Аллағоловтарҙың өй нигеҙе эргәһендә Байыш мәсетенә манара күтәрелде.
– Мәсет бер яҡтан почта эргәһендә урынлашҡан, ул осраҡлы түгел, сөнки дөнъяуи мәсьәләләрең булһа, почта аша хәбәрләшәһең, – ти Ғилман хажи. – Ә Аллаһы Тәғәлә менән – Мәсеттә, йәмәғәт менән берлектә! Мәсеттең икенсе яғында фельдшер пункты урынлашҡан, йәғни тәнең ауырый икән – шунда мөрәжәғәт итәһең, ә йәнең ... - Аллаһы Тәғәләгә. Шулай итеп, мәсеттең урыны Аллағоловтарҙың нигеҙе эргәһендә булыуы осраҡлы түгел. Фамилиялары "Алла" һүҙе менән бәйле. Фәнүзә апайыбыҙҙың ҡыҙ фамилияһы – Уразова. Элек ауылдың исеме Ураҙ булған. Октябрь революцияһына тиклем эшләп килгән мәсеттең мөғәллиме Уразов Харис булған. Уразовтар нәҫелен данлаған арҙаҡлы шәхестәр күп. Мәҫәлән, Уразов Нәжип Харис улы – Ташкент ҡалаһында профессор, ә Уразов Зиязетдин Хөснетдин улы Зәки Вәлидиҙең арҡадашы булған. Уразов Хөснөтдин ултыртҡан ҡарағай баҡсаһы хәҙер ҙә мәктәп тирәһен биҙәп тора. Машаллах. Ә Фәнүзә апайыбыҙға хаж ғәмәлдәрен тулы үтәп, саф, гонаһһыҙ бала һымаҡ ҡайтырға яҙһын. Амин! – ти ул.
Фәнүзә хажиә һөйөклө пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт саллалаһү ғәлийһи әссәләмдең (сғс) тыуған ерендә фотоға төшкән. Хәҙер ул урында китапхана урынлашҡан. Әл-Хәрәм мәсетенән йыраҡ түгел.