Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
14 Август 2019, 18:21

Магнит һыу эсендә

13 августа киске биштәр тирәһендә Магнитогорск ҡалаһында көслө ямғыр башлана. Халыҡ эш көндәрен тамамлап, ҡайтырға сыҡҡанда бөтә урамдарҙы һыу баҫҡан була.

Кисә киске биштәр тирәһендә Магнитогорск ҡалаһында көслө ямғыр башлана. Халыҡ эш көндәрен тамамлап, ҡайтырға сыҡҡанда бөтә урамдарҙы һыу баҫҡан була.


Һыу ағыу өсөн тәғәйенләгән канализациялар ҙур күләмдәге ағымды үткәреп өлгәрмәүе һәм уға ҡый тулыуы сәбәпле, ҡайһы бер урындарҙа ҙур йылғалар хасил була. Шул иҫәптән, Карл Маркс проспекты һәм Совет Армияһы урамы киҫелешендә һыу машиналарҙың тәҙрәләренә тиклем еткән. Водителдәр ундай урындарҙы урап, газон һәм ҡаршы һыҙат аша үтергә тырышһа ла, ҡайһы берҙәренә һыу эләгеп ватылған. Шулай уҡ подъездарға ла һыу тулған.


Был хәлдән һуң Магнитогорск халҡы ҡаланың ҙур һыуҙы ҡабул итергә әҙер булмауына, канализацияларҙың һыу үткәреп өлгөрмәүенә йә бөтөнләй булмауына ризаһыҙлыҡ белдергән.


Ә бит яңыраҡ был ҡала юлдарҙың сифаты йәһәтенән ил буйынса дүртенсе баҫҡысҡа күтәрелгән ине. Беренсе ҡойма ямғыр иһә илдең "иң яҡшы юлдары"ның һыу үткәреү канализациялары булмауын, ғәҙәттән тыш хәлдәргә яраҡһыҙлығын күрһәтте.
Читайте нас: