Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
16 Август 2019, 12:15

Был йылға бәләкәй булһа ла, шау-шыуы бик ҙурға китте.

Иҙәк йылғаһында меңдәрсә балыҡ үлгәндән һуң, Благовещенск ҡалаһы яңылыҡтар аша яңғырап ҡалды.

Иҙәк йылғаһында меңдәрсә балыҡ үлгәндән һуң, Благовещенск ҡалаһы яңылыҡтар аша яңғырап ҡалды. Был йылға бәләкәй булһа ла, шау-шыуы бик ҙурға китте. Ярай, беҙҙең бәхеткә, экологик ҡаза йылға ярҙарынан аша сыҡманы. Әлбиттә, бында һыуҙы болғатырға, халыҡты ҡурҡытырға теләүселәр табылһа ла.
Ҡалала республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән булды. Етәксенең социаль селтәрҙәге яҙмаларына ҡарағанда, тәьҫораттар һис тә ҡыуанырлыҡ түгел. Өфөгә иң яҡын урынлашҡан бәләкәй генә ҡала, ә проблемалары, хәл итәһе мәсьәләләре ҙур ҡалаларға торошло. Баговещенда юлдар емерек, майҙансыҡтарҙа – тәртипһеҙлек, электр, һыу, газ менән дә проблемалар.
Радий Хәбиров: “Һөйөклө райондар һәм ҡалалар булырға тейеш түгел. Һәр береһе ғәҙел иғтибар талап итә”, – тип белдерҙе. Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, һәр кемдең, хатта иң алыҫ микрорайондарҙа йәшәгәндәрҙең дә лайыҡлы тормошҡа хоҡуғы бар
Читайте нас: