Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Август 2019, 09:05

«Башавтотранс»ҡа 102 яңы автобустың асҡыстарын тапшырыу

Башҡортостан Республикаһы «Башавтотранс» ДУП-ы автопаркын әүҙем яңыртып тора. Әлеге көндә предприятие тарафынан 136 автобус алынған да инде. Бөгөн, 20 августа, ҡала-ара, ҡала яны һәм периферия буйынса йөрөйәсәк урта һәм кесе класлы 102 автобустың асҡыстары тапшырыла.

Бөгөн, 20 агуста, «Уфа-Арена» майҙанында «Башавтотранс» ДУП-ына 102 яңы автобустың асҡыстарын тапшырыласаҡ.
Башҡортостан Республикаһының «Башавтотранс» ДУП-ы автопаркын әүҙем яңыртып тора. Әлеге көндә предприятие тарафынан 136 автобус алынған да инде. Бөгөн, 20 августа, ҡала-ара, ҡала яны һәм периферия буйынса йөрөйәсәк урта һәм кесе класлы 102 автобустың асҡыстары тапшырыласаҡ.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, бөтә муниципаль берәмектәр 1 сентябргә тиклем башҡалаға транспорт бәйләнеше менән тәьмин ителергә тейеш. «Башавтотранс»тың автобустар паркын тулыландырыу бөтә райүҙәктәрҙе республиканың башҡалаһы менән бәйләгән автобустар маршрутын яңынан тергеҙергә мөмкинлек бирҙе. 10 августан шундай 14 маршрут яңынан тергеҙелде.
1 сентябрҙән “Алға” Берҙәм транспорт картаһын сығарыу һәм юлда йөрөүҙең Берҙәм республика түләү системаһын индереү буйынса пилот проекты сиктәрендә күсеп ултырыу тарифы ҡулланыла башлаясаҡ. Уның буйынса пассажир "Башавтотранс" автобусында 20 һумлыҡ юл хаҡын түләп, бер сәғәт эсендә икенсе автобусҡа күсеп ултырған осраҡта, бушлай йөрөү хоҡуғынан файҙалана аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта махсус тарифты әүҙемләштереү йәки өҫтәмә билет алыу талап ителмәй.
Читайте нас: