Республикала барған “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!” хәйриә проектына редакция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең “Изгелектең юҡтыр сиктәре”акцияһы менән ҡушылып, Ибрай ауылында йәшәүсе күп балалы Гөлнара Мөхәмәтйәнова менән Самат Шәмсетдиновтың балаларына ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Коллектив тиҙ арала аҡса йыйып, ете бала тәрбиәләгән, уҡыу йәшендәге өс балаһы булған ғаиләгә уҡыу-кәрәк яраҡтары, портфелдәр,бәләкәстәренә бүләктәр һатып алды. Һәм, уҡыу йылы башланыр алдынан, район мәҙәниәт йорто артистары менән бергәләшеп, бүләктәрен тапшырып ҡайтты.
Йәнһүрәт геройҙары Микки Маус менән Панданы, кескәй генә өс бала күтәреп, ҡапҡа тышына сыҡҡан Гөлнара ҡаршы алды. Ҙур кәүҙәле Микки Маус һәм Панданы күреүгә, кескәй Рита, тәтелдәп хәбәр ҡушып торған еренән, юғалып, тынып ҡалды. Ҡулына бүләктәрен тотторғас, йәнһүрәт геройҙарына ҡарап, ҡурҡышынан илап та алды. Әсәһе янында бер аҙ тороп, тынысланғандан һуң, “Ҡыш бабай”ҙы таптыра башланы. Күрәһең, сабый: “ҡурҡма, улар бит мультик” тигән һүҙҙе үҙенсә аңлағандыр…
Редакция хемәткәрҙәре бүләк иткән портфелдәренә яңы дәфтәрҙәрен, уҡыу кәрәк яраҡтарын тултырып, Руфина – Ибрай мәктәбенең 5-се класына, Зиннур – 4-се һәм ағайҙары Илшат Стәрлетамаҡтағы техник училищеға уҡырға барасаҡ.
Көтөлмәгәнерәк хәлдән баҙап ҡалған әсә, рәхмәттәрен әйтеп, “ҡылған изгелектәрегеҙ үҙегеҙгә ҡайтһын!”– тип хушлашып ҡалды.