Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Август 2019, 14:47

"Республика даны өсөн". Беренсе этап тамам

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Республика даны өсөн” фестиваль-конкурсының тәүге этабы тамамланды

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “Республика даны өсөн” фестиваль-конкурсының тәүге этабы тамамланды.

Быйыл конкурс ике форматта ойошторолдо. Тәүгеһенә ярашлы, ойошмаларҙа, предприятиеларҙа, республика учреждениеларында рухи-әхлаҡи һәм гражданлыҡ-патриотик тәрбиә биреүҙең иң яҡшы өлгөләре асыҡланды. Икенсеһе халыҡ һөйөүенә лайыҡлы кешеләр өсөн тауыш биреү булараҡ үтә.


Билдәле булыуынса, бәйге ике этапта үтә. Беренсеһендә урындарҙа иң-иңдәр билдәләнәсәк. Икенсе этапта улар республика кимәлендә көс һынашасаҡ. Республика финалы 28 октябрҙә ойошторола.

Сентябргә тиклем дауам иткән беренсе этапта урындарҙа иң-иңдәр билдәләнде. Ауыл биләмәләрендә аноним һорашыуҙар үткәрелде. Мәҫәлән, Һүрәм ауыл биләмәһендә интернет-тауыш биреү ошолайыраҡ һөҙөмтә күрһәтте.


“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары биргән мәғлүмәттәр буйынса, Ейәнсура районынан Мортаза Рәхимов – дәүләт эшмәкәре; Роберт Яҡшыбаев – фән; Марат Кәримов, Мәрйәм Бураҡаева, Марат Түләбаев – яҙыусы, журналист; Хәмиҙулла Тажмөхәмәтов – ауыл хужалығы; Ғүмәр Ҡыуатов – һаулыҡ һаҡлау; Мәғфирә Ғәлиева – мәҙәниәт; Хәйҙәр Ғайсин меценат номицияларында күрһәтелде.
Читайте нас: