Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
20 Сентябрь 2019, 11:29

РАДИЙ ХӘБИРОВТЫҢ УҢЫШ СЕРЕ НИМӘЛӘ?

Белгестәр Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеүе һәр ваҡыт йәмәғәтселек араһында ҡайнауы, көнүҙәк проблемалар өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмауы менән бәйле, тип һанай.

РАДИЙ ХӘБИРОВТЫҢ УҢЫШ СЕРЕ НИМӘЛӘ?
Эксперттар әйтеүенсә, уның халыҡ араһында булыуында
Белгестәр Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеүе һәр ваҡыт йәмәғәтселек араһында ҡайнауы, көнүҙәк проблемалар өсөн яуаплылыҡ алырға ҡурҡмауы менән бәйле, тип һанай. Радий Хәбиров өсөн 1 миллион 800 меңгә яҡын кеше тауыш биргән, был бик юғары күрһәткес.
Эксперттар әйтеүенсә, сәйәси компанияла көрәштең һигеҙ кандидат араһында барыуы ла төбәк тарихында тәүге тапҡыр. Улар араһынан тап Радий Хәбировтың еңеп сығыуы көтөлгән күренеш, тип әйтергә мөмкин.
Радий Фәрит улының республикаға ҡайтыуына бер йыл да юҡ, әммә ошо осорҙа ул бар район-ҡалаларҙы ла ла тиерлек урап сыҡты, йылдар буйы хәл итеүҙе көткән проблемалар ҡуҙғатылды. Радий Хәбиров үҙ эшен халыҡ араһында, ябай кеше мәнфәғәттәрен ҡайғыртыуҙан башланы, уңыштың сере шуға бәйле, ти белгестәр.
Радий Хәбиров федераль кимәлдә тәжрибә туплаған, әммә ошо төбәктә тыуып үҫкән һәм республиканың ихтыяждарын яҡшы белгән етәксе. Ә Башҡортостанға үҫеш өсөн киң ҡарашлы, көслө етәксе килеүе бик мөһим.
Читайте нас: