Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Сентябрь 2019, 19:10

Маҡсат – район эсендә автобус бәйләнешен үҫтереү

Даими маршрут булған ауылдарҙа йәшәүселәр автобус менән йөрөһә ине.

Үткән аҙнала район хакимиәте башлығы Д. Юланов Мәләүез АТП-һы директоры А. Садиҡов менән осрашты.

Бөгөн реестрҙа район буйынса ете маршрут иҫәпләнеүгә ҡарамаҫтан, уларҙы ойоштороуҙа тотҡарлыҡтар булғылай. Халыҡ, айырыуса Инәк һәм Һаҡмар зонаһы, автобустың, йә рейстарҙың даими булмауына зарлана. Шулай уҡ автобустарҙың иҫкелеге, маршруттарҙың килемһеҙлеге лә был йәһәттән проблемалар тыуҙыра. Осрашыуҙа һүҙ ошо муниципаль-ара маршруттарҙы ойоштороуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеү, хеҙмәтләндереү селтәрен киңәйтеү буйынса барҙы.

Башҡортостан Башлығы Р. Хәбировтың инициативаһы һәм ярҙамы “Башавтотранс” предприятиеһына автобустар бәйләнешен яҡшыртыуға шарттар тыуҙырҙы. Тимәк, беҙҙең төп маҡсат – булған маршруттарҙы һаҡлап ҡалыу ғына түгел, район эсендә автобус бәйләнешен артабан да үҫтереү. Район хакимиәте башлығының был йәһәттән мөрәжәғәтенә Альберт Риф улы аңлап ҡараны һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә әҙер булыуын белдерҙе. Тиҙҙән районда пассажирҙарҙы йөрөтөү буйынса конкурс ойоштороласаҡ һәм маршруттарҙы еңгән ойошма хеҙмәтләндерәсәк.

– Балаларҙы хеҙмәтләндереү мөҙҙәте тулған мәктәп автобустары, планлы техник хеҙмәтләндереү үткәндән һуң, маршрут автобусы булараҡ районға ҡайтарыласаҡ, – тине Дәмин Марат улы, һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: – Даими маршрут булған ауылдарҙа йәшәүселәр автобус менән йөрөһә ине. Беренсенән, был хәүефһеҙлек гарантияһы, икенсенән иһә районда транспорт хеҙмәтләндереүен артабан үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк, – тине.
Читайте нас: