Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2019, 16:10

Балалары юғалған

98 бала ҡайҙа???

2019 йылдың беренсе яртыһында илдә 8383 бала юғалған.


2018 йылғы күрһәткестәргә килгәндә, 13 683 бала юғалғанлығы теркәлгән. Был хаҡта Рәсәй Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Ведомство етәксеһе Александр Бастрыкин һүҙҙәренсә, балаларҙың күпселеге табыла, әммә үкенескә күрә, фажиғәле хәлдәр кәмемәй. Әлеге ваҡытта 98 баланың ҡайҙалығы билдәһеҙ, уларҙы эҙләү эштәре бара.


Мәскәү, Свердловск, Түбәнге Новгород, Иркутск өлкәләрендә, Красноярск, Ставрополь крайҙарында бәлиғ булмағандарға бәйле йөрәк әрнеткес хәлдәр осрай, әммә төбәктәрҙә, райондарҙа ла барыһы ла имен түгел.


"Халыҡты балалар юғалыу осраҡтары тураһында тулы һәм сифатлы рәүештә мәғлүмәт менән тәьмин итеү фарыз, шулай уҡ эҙләү менән шөғөлләнгән хеҙмәткәрҙәрҙең дә квалификацияһын күтәрергә кәрәк", ти Бастрыкин.

Ваҡиғаларҙың күпселеге ҡараңғы ваҡытҡа тура килә. Мәктәп етәкселәренең төрлө сараларҙы, кисәләрҙе киске мәлгә ҡалдырмауы хәйерле. Ауыл биләмәһе башлыҡтарының, участковыйҙарҙың, уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең, башҡа яуаплы органдарҙың имен булмаған ғаиләләргә, законһыҙ хәмер һатыусыларға битараф булмауы күп бәләләрҙән ҡотҡара ала.

Фото:Дети
Читайте нас в