"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Сентябрь 2019, 11:51

Өфө – тағы транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә эшлекле әүҙемлек үҙәге

Өфөлә 24 сентябрҙән 28-енә тиклем Волга буйы федераль округындағы ҙур «УралСтройИндустрия» форумы һәм «Урал транспорты» күргәҙмәһе ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы.

Өфөлә 24 сентябрҙән 28-енә тиклем Волга буйы федераль округындағы ҙур «УралСтройИндустрия» форумы һәм «Урал транспорты» күргәҙмәһе ойошторола, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Кисә сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙендә ул Өфөнөң сираттағы тапҡыр транспорт һәм төҙөлөш өлкәһендә эшлекле әүҙемлек үҙәгенә әүерелеүен билдәләне.
«Бөгөн беҙ һеҙҙең менән «УралСтройИндустрия» һәм «Урал транспорты» күргәҙмәһен асабыҙ. Был — беҙҙең өсөн мөһим ваҡиға, сөнки Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндың указдарын ғәмәлгә ашырыу барышында транспортты яңыртыу һәм хәүефһеҙ сифатлы юлдар өлкәһендә милли проектты тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Ошо проекттар башланғандан алып беҙ федераль юлдар буйынса ғына күләмде дүрт тапҡырға тиерлек арттырып үтәнек. Алда беҙҙе шундай уҡ шатлыҡлы ваҡиғалар көтәлер тип ышанам», — тине Башҡортостан Башлығы.
Төҙөлөшкә килгәндә, республика етәксеһе Рәсәй президенты ла Башҡортостан алдына амбициялы бурыс ҡуйғанын билдәләне.
«Тимәк, торлаҡ төҙөүҙе бер ярым тапҡырға арттырырға. Был ҡатмарлы булһа ла, уға өлгәшергә мөмкин, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Үҙҙәренең ҡаҙаныштары, тәжрибәһе менән бүлешергә килгән ҡунаҡтарыбыҙға рәхмәт әйткем килә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим һәм ҡыҙыҡлы. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла шәп эшлекле бәйләнештәр, үҙ тауарҙарын, хеҙмәттәрен һәм технологияларын үҫтереүҙә уңыштар теләйем».
Радий Хәбиров республиканың төҙөлөш һәм транспорт компанияларының күргәҙмә стендтары менән танышты һәм күргәҙмә комплексы алдына ҡуйылған яңы махсус техниканы ҡараны.
Сараны асыу тантанаһынан һуң Башҡортостан Хөкүмәте менән Куйбышев тимер юлы араһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды.
Өфөлә «УралСтройИндустрия» форумы 28-се тапҡыр уҙғарыла, ул ҙур эшлекле программаны, «Төҙөлөш» һәм «Күсемһеҙ милек йәрминкәһе» махсуслаштырылған күргәҙмәләрен берләштерә. Эшлекле программаның төп ваҡиғаһы — Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса пленар ултырыш. Был теманы төбәктең алдынғы архитекторҙары ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә тикшереү күҙаллана. Профессионалдар өсөн тармаҡта торлаҡ төҙөлөшөн финанслау, торлаҡ фондын реновациялау, энергияны һаҡсыл файҙаланыуҙы арттырыу мөмкинлектәре һәм төҙөлөштә, яҡтылыҡ архитектураһында 3D-технологияларҙы ҡулланыу тураһында секциялар ойошторолған. «Төҙөлөш» күргәҙмәһендә инновацион төҙөлөш технологиялары, төҙөлөш һәм биҙәкләү материалдары, ҡорамалдар тәҡдим ителә. «Күсемһеҙ милек йәрминкәһе» күргәҙмәһе тәүгә Өфө төҙөүселәренең иң яҡшы тәҡдимдәрен һәм республикала йәшәүселәр өсөн файҙалы программаны берләштергән яңы форматта үткәрелә.
#национальныепроекты#нацпроекты
Читайте нас: