"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Сентябрь 2019, 13:42

Күп ҡатынлылыҡҡа закон сығыуы ихтимал

Рәсәй мөфтөйҙәре күп ҡатынлылыҡ законлы нигеҙҙә булыуын ныҡыша

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда 10 миллионға күберәк, шунлыҡтан...
Мәскәү ҡалаһы мөфтөйө Илдар Әләүетдинов бөтә Рәсәй кимәлендә күп ҡатынлылыҡты легалләштереү кәрәк, был ҡайһы бер социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе. Бынан алда Рәсәй мосолмандары Диниә назараты етәксеһе Рауил Ғәйнетдин дә илебеҙҙең мосолмандар күпләп йәшәгән төбәктәрендә күп ҡатынлылыҡты рәсми рөхсәт итеү хаҡында уйларға кәрәк, тигән фекерҙе еткергәйне.
Рәсәй мөфтөйҙәре күп ҡатынлылыҡты мотлаҡ законлаштырырға кәрәк, тип һанай. Ҡайһы бер диндәр, шул иҫәптән Ислам да быны рөхсәт итә, тиҙәр.
Уларҙың фекеренсә, был алым ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтарын һаҡлауға гарант һәм бөгөн йәмғиәттә тамыр йәйә барған законһыҙ никахта йәшәү кеүек күренештәргә кәртә була алыр ине.
Күп ҡатынлылыҡ – ҡатмарлы система, унда ир менән ҡатындың икеһенең дә хоҡуҡтары ғына түгел, бурыстары ла иҫәпкә алынырға тейеш. Был осраҡта ир-егеткә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә: финанс йәһәттән тәьмин итеү, ике ғаилә араһында буш ваҡытты тигеҙ бүлеү, балаларҙы бер шарттарҙа тәрбиәләү. Был һорауҙар әлеге өлкәләге хәл-торошто аңлаған органдар тарафынан һәм ислам ҡануниәтен яҡшы белгән белгестәрҙе йәлеп итеп ҡаралырға тейеш”, тигән уйҙа улар.
Әйткәндәй, Росстат мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ир-егеттәргә ҡарағанда 10 миллионға күберәк.
ФОТО: politinformburo.ru
Читайте нас: