Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Сентябрь 2019, 14:10

Королева Наина

Рәсәй королеваһы тиһәң дә була

Наина Ельцинаның пенсияһы айына 200 мең һумға етә - бөтәһе лә законға ярашлы.


Ельциндың үҙенең айлыҡ пенсияһы 800 мең һумға яҡын булған. Тол ҡатыны мәрхүм иренең пенсияһын үҙенә күсерә алыу хоҡуғына эйә, әммә Наина Иосифовна быны юллау өсөн документтарын тапшырмаған. Сәбәбе-билдәһеҙ, үҙе генә беләлер. Наина апай бөгөн дә дәүләт тәьминәте менән файҙалана: президент ҡатынының шәхси һаҡсыһы бар, ул ғүмеренең аҙағына саҡлы дәүләт дачаһында бушлай йәшәйәсәк, үҙе генә баш тартмаһа. Бынан тыш, кухаркаһы, баҡсасыһы, шәхси шоферы һәм дәүләт иҫәбенә тотолған автомобиле бар. Әле 90 йәшкә яҡынлаған ҡатындың хеҙмәт стажы 25 йыл тәшкил итә.




Читайте нас: