Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Октябрь 2019, 14:10

ӨЛКӘНДӘР ҺӘМ АҘ МОБИЛЛЕ ГРАЖДАНДАР ЯРҘАМҺЫҘ ҠАЛМАҪ!

14 октябрҙә Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.

14 октябрҙә Башҡортостанда федераль телевизион каналдарҙың аналог тапшырыуҙары туҡтатыла. Телевидениеһыҙ ҡалмаҫ өсөн һанлы сигналға көйләнергә кәрәк.


Дөрөҫ, халыҡтың күпсе-леге юлдаш йәки IP-TV-ға тоташтырылған. Әммә аналог сигналын тотоусы иҫке телевизорҙар ҙа бар әле. Уларҙа Беренсе каналда уң яҡта өҫкө мөйөштә “А” хәрефен күрергә мөмкин. Бындай телевизорҙар булғанда, һанлы приставка алырға кәрәк буласаҡ. Ярай йәштәр уны магазиндан барып алыр ҙа, йәһәт кенә үҙҙәре урынлаштырып ҡуйыр. Кемдәрҙеңдер балалары булышыр. Ә бит яңғыҙ инәй-бабайҙар ҙа бар бит әле. Уларға кем ярҙам итер?

Мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, район хакимиәте ярҙам ойошторорға ҡарар итте. Хәҙер волонтерҙар өлкән йәштәгеләргә һәм аҙ мобилле граждандарға приставканы урынлаштырырға ярҙам итәсәк.

Ирекмәндәргә приставка урынлаштырыуҙан тыш, шулай уҡ "цифра"ға күсеү кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ менән файҙаланғандарға ҡағылмауын төшөндөрөү бурысы ла йөкмәтелгән. Юғиһә, күптәр быны телевизор бөтөнләй күрһәтмәйәсәк, тип аңлай. Айырма бары шунда, һанлы телевидение тамашасыларына абонент түләүе генә юҡ.

Әгәр ҙә үҙегеҙгә ирекмәндәр ярҙамы кәрәкһә, йә ундай ярҙамға можтаж өлкән йәштәге һәм аҙ мобилле граждандарҙы беләһегеҙ икән, 8-937-323-20-03 телефоны буйынса район хакимиәтенең йәштәр, спорт һәм бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы Венер Фәнил улы Сабитовҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ирекмәндәр тап уның етәкселеге аҫтында эшләй.


Әйткәндәй, ирекмәндәр бары приставканы телевизорға тоташтырырға һәм өйҙәге цифрлы антеннаны көйләргә тейеш. Ә приставка һатып алыу, диагностика һәм ремонтлау, спутник тәрилкәләрен ҡуйыу уларҙың бурыстарына инмәй.
Читайте нас: