Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2019, 12:05

Урман шаулап үҫер...

Бөгөн тотош Республика "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнаша. Ағас һәм үҫентеләр ултыртыуҙы күҙаллаған был сараны беҙҙең район урмансылар күптән башланы.

Бөгөн тотош Республика "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ҡатнаша. Ағас һәм үҫентеләр ултыртыуҙы күҙаллаған был сараны беҙҙең район урмансылар күптән башланы.

Таҙлар ауылында тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ балалар баҡсаһының тирә-яғы әлегә буш-буш. Был әлегә генә. Тиҙҙән бында тирә-яҡҡа йәм биреп, ағас-ҡыуаҡтар үҫәсәк. Сөнки урман урман хеҙмәткәрҙәре көсө менән 100 төп спирея ҡыуағы һәм 15-әр төп миләш менән ҡайын ағастары ултыртылды.

Урман хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Ҡаҫмарт урмансылығының Аҙаҡлы буйындағы 3 гектар майҙанында ла ағастар ултыртты.

- Бында беҙ 12 мең төп ике йыллыҡ йәшел шыршыүҫентеләре ултырттыҡ, - ти Ейәнсура урмансылығы начальнигы Салауат Сәғитов.
#зеленая_башкирия #посади_дерево

Читайте нас в