Эскелек... Бәлә-ҡазаға юлыҡтырыусы ла, бәхетле ғаиләләрҙе тарҡатыусы ла, бәндәне иманынан яҙҙырыусы ла, һаулыҡты ҡаҡшатыусы ла, ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы ла эскелек.
Бөгөн эскелектең таралыуы айырыуса ҡырҡыу социаль мәсьәләгә әйләнде. Был кире күренештең күләме һәм эҙемтәләре халыҡтың һаулығына һәм именлегенә, хатта тотош милли именлеккә ҙур ҡурҡыныс менән янай.
Республикала һәм районда “Айыҡ ауыл” бәйгеһе бара. Беҙҙең Үрген ауылы ла был бәйгегә ҡушылды. “Беҙ айыҡ тормош яҡлы!” темаһына кисәләр, байрамдар, спорт ярыштары үтә.
3 октябрь ауыл китапханаһында үҫмер балаларҙы иҫкәртеү маҡсатында “Бәлә башы – эскелек” тигән кисә үтте. Балалар эскелектең ниндәй насар эҙемтәләргә килтереүе тураһында тыңланы, эскелек - ул ауырыумы, араҡы проблеманы бөтөрөүгә ярҙам итәме икән тигән һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Сарала ҡатнашыусы ауылыбыҙ ағинәйе, бөтә ғаиләһе менән сәләмәт тормош алып барыусы, ауылда үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Гүзәл апай Аҡсурина үҙенең өлгөһөндә балаларҙы алға маҡсат ҡуйып йәшәргә саҡырҙы, шулай уҡ сәләмәт тормош алып барыусы, үҙ ғүмерендә араҡыны тәмләп тә ҡарамаған Гәрәй Ейәнбирҙин балаларҙы насар ғәҙәттәрҙән ары торорға, спорт менән дуҫ булырға өндәне.
Аллаһы Тәғәлә һәр кемгә бер генә ғүмер биргән, һәр кем ул ҡәҙерле ғүмерҙе сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормошта лайыҡлы итеп йәшәргә хыяллана. Тик ул ынтылыштарҙың, хыял-маҡсаттарҙың юлына “йәшел йылан”ғына төшмәһен. Ул саҡта гөрләп торған сағыу донъяның да ҡото китә. Шуның өсөн һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, сәләмәт тормош алып барайыҡ, тип тамамланды кисәбеҙ.
Гөлнәзирә Ейәнбирҙина, китапханасы.