Тағы ла һалым тураһында
2020 йылдан беҙҙә эшләүсе кешеләр өсөн килемгә һалым индерелеүе ихтимал.
Башҡортостанда үҙ-үҙенә генә аҡса табыусы граждандарҙан ("самозанятость" өсөн) аҡса түләтмәкселәр. Шәхси эшҡыуар булып теркәлмәгәндәр, әммә аҡса табыусылар – ошо категорияға инә.
Беҙҙең республика эксперимент рәүешендә шундай һалым индергән дүрт төбәк исемлегендә. Әле тәжрибә Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, Калуга өлкәһендә, Татарстанда үтә.
Әлегә беҙгә ҡатнашыу тураһында теүәл яуап килмәгән килеүен. Әгәр яңы һалым индерелһә, ул 10 йыл ғәмәлдә буласаҡ.
Махсус һалым күләме 4 йә 6 процент булыуы ихтимал.
Былар барыһы ла кеше бизнесты законлы рәүештә алып барһын өсөн.