"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Октябрь 2019, 19:09

Юлдар... Оҙон булһа булһын, тик һуңғы ғына булмаһын!

Ағымдағы йылдың 9 айында йәйәүлеләргә бәрелеүҙең 805 осрағы билдәле. Был барлыҡ теркәлгән аварияларҙың өстән бере! Юл-транспорт ваҡиғаларын анализлауҙан күренеүенсә, осраҡтарҙың 353-ендә,шулай уҡ был аварияларҙа теркәлгән 73 үлем осрағының 58-ендә ғәйеп – йәйәүлеләрҙә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан ҡабул ителгән "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проекты автомобиль юлдарын тейешле кимәлгә еткереүҙе, шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһы осраҡтарын кәметеү бурысын ҡуя.Был йәһәттән тотош республика кимәлендә эштәр алып барылыуына барыбыҙ ҙа шаһит. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров сентябрь айында үткән “Һаулыҡ һаҡлау сәғәте”ндә ошондай һандар килтерҙе. Ағымдағы йылдың 8 айында 2018 йылдың шул осоро менән сағыштырғанда республика буйынса үлем осраҡтары 2424-гә кәмегән. Был, әлбиттә, төрлө яҡлап, маҡсатлы алып барылған эш һөҙөмтәһе. Әммә тынысланырға иртә. Көн дә республиканың әле теге, әле был районында юл фажиғәһендә кеше ғүмере өҙөлөүе хаҡында хәбәр ишетелеп тора.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙың һаны буйынсабеҙҙең республика Волга буйы федераль округында – беренсе, ә Рәсәйҙә алтынсы урында тора. Эскән килеш руль артына ултырыусылар булыуы, юлдарҙа балаларҙың зыян күреүе, һәләк булыуы – иң аяныслыһы. Һуңғы осорҙа йәйәүлеләрҡатнашлығында авариялар күп. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 9 айында йәйәүлеләргә бәрелеүҙең 805 осрағы билдәле. Был барлыҡ теркәлгән аварияларҙың өстән бере! Юл-транспорт ваҡиғаһын анализлауҙан күренеүенсә, осраҡтарҙың 353-ендә,шулай уҡ был аварияларҙа теркәлгән 73 үлем осрағының 58-ендә ғәйеп – йәйәүлеләрҙә.
Шул уҡ анализ һуңғы арала аварияларҙың характеры бер иш булыуын билдәләй: тәүлектең ҡараңғы осоро, ауыл эсендә йәки ауылдар араһындағы яҡтыртылмаған юл, ҡара төҫтәге кейемдә юлдан барған йәйәүле... Ошоларға машина руле артында ултырған водителдең эскән булыуын өҫтәргә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, айыҡ водителдәр ҙә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементы булмаған, ҡара кейемдәге йәйәүлене бик һуңлап абайлауы ихтимал. Бигерәк тә һауа торошо насар булғанда, йә иһә ҡаршыға килгән машина күҙгә яҡтыртһа. Быйыл туғыҙ ай эсендә йәйәүлеләрҙе бәреү осрағының 80 проценты, йәғни 283 осрағы тәүлектең ҡараңғы мәлендә теркәлгән. Уларҙа 236 кеше йәрәхәт алған, ә 55 кешенең ғүмере өҙөлгән. Беҙҙең районда теркәлгән бер осраҡ та йәйәүленең ғүмере өҙөлөү менән тамамланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәйәүлеләр ябай ғына ҡағиҙәләрҙе лә үтәмәй. Төндә йөрөгәндә асыҡ төҫтәге кейем кейеү, яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар, предметтар ҡулланыу юлда килгән водителгә һеҙҙең хаҡта алдан иҫкәртеп, тиҙлекте кәметеү, йә йүнәлеште үҙгәртеү өсөн ваҡыт бирер. Был, үҙ сиратында, фажиғәнән аралар.
Хөрмәтле райондаштар! Юлдарҙағы хәүефһеҙлек беҙҙең үҙебеҙҙән тора. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәп, бер-береңә ихтирамлы булыу, һәр кемдең – водителдең дә, йәйәүленең дә – бурысы. Бигерәк тә балаларға иғтибарлы булайыҡ. Күңелһеҙ хәлдәр килеп тыумаһын өсөн балаларға юл ҡағиҙәләрен өйрәтеү, яуаплылыҡты аңлатыу мөһим.

Мәғлүмәт өсөн
Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районындағы бүлегенең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса 2019 йылдың тәүге 9 айында районда 130 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда 21-гә артҡан. Шулай уҡ зыян күреүселәр ҙә бер кешегә күберәк булып, 11-гә еткән: 8 кеше йәрәхәтләнгән, 3 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Читайте нас: