Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Октябрь 2019, 19:30

Теркәү 27 октябрҙә тамамлана

“Рәсәй лидерҙары” конкурсы иғлан ителеүгә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтте.

“Рәсәй лидерҙары” конкурсы иғлан ителеүгә ике аҙнанан ашыу ваҡыт үтте. Әле Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән һәм донъяның 60 иленән 150 меңдән ашыу кеше унда ҡатнашырға теләк белдергән.
Был турала “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” ойошмаһының генераль директоры, “Рәсәй лидерҙары” конкурсы етәксеһе Александр Комиссаров хәбәр итте. Ғаризалар тапшырыу тамамланғанға тиклем аҙнанан кәмерәк ваҡыт ҡалды.
2019 – 2020 йылдарҙа конкурстың өсөнсө миҙгелен ойоштороуҙы ил Президенты Владимир Путин хуплағайны. Рәсми сайт аша “Рәсәй лидерҙары-2020” бәйгеһенә теркәү башланғандан алып ғаризаларҙың 34,5 проценты – Үҙәк федераль округтан килгән.
Икенсе урында – Волга буйы федераль округы (17,7 %), өсөнсөлә – Төньяҡ-Көнбайыш федераль округы (12,7 %).
Теркәү 27 октябрҙә 23 сәғәт 59 минутта тамамлана. Конкурсанттарға анкета тултырырға, видеоинтервью яҙырға кәрәк. Бынан тыш, төп конкурстан “Һаулыҡ һаҡлау”, “Фән”, “Финанс һәм технологиялар” кеүек өҫтәмә бәйгеләрҙә ҡатнашыу мөмкинлеге лә бар.



Читайте нас: