Түбәге Камала 32 йәшлек ҡатын билдәһеҙ ирҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ғариза менән мөрәҗәғат иткән. Ҡатын тәртип һаҡсыларына кисен ҡыҙы менән паркта йөрөүе хаҡында һөйләй. Өйҙәренә ҡайтып еткәндә, улар артынан бер егет килеп, һөйләшә башлай. Унан ир бер ҡулы менән ҡатынды ҡосаҡлап ала, икенсе ҡулы менән уның аяғына инъекция ҡаҙай. Зыян күреүсе ҡысҡыра башлағас, енәйәтсе ҡаса.
Экспертиза зыян күреүсенең ҡанында наркотик матдә — морфин булыуын асыҡлай. Полиция хеҙмәткәрҙәре әлеге енәйәтте ҡылыуҙа шикләнелеүсе элек ике тапҡыр хөкөм ителгән 39 йәшлек кешене тота. Ир үҙенең был ғәмәлен аңлатып бирә алмай.
Был факт буйынса «Наркотик саралар, психотроп матдәләр йәки уларҙың аналогын ҡулланыуға этәреү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ирҙе 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү күҙҙә тотала.