Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Октябрь 2019, 16:42

Юл хаталарҙы ғәфү итмәй

“Nissan Presage” автомобиле менән идара итеүсе 1992 йылғы водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып

Алтай крайында минивэн һәм микроавтобус бәрелешә. Һәләкәт ваҡытында ике автотранспортта 16 пассажир була. Фажиғәлә 8 кешенең ғүмере өҙөлә, бишәүһе ауыр хәлдә дауаханаға оҙатыла.


РФ Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәү тикшереүҙәр шуны асыҡлай: Барнаулдан Алейск ҡалаһына йүнәлгән “Nissan Presage” автомобиле менән идара итеүсе 1992 йылғы водитель ҡаршы һыҙатҡа сығып, “Fiat Ducato” автомобиле менән бәрелешә.


Һәләкәт урынында тикшереү эштәре дауам итә.


Һәр кемебеҙгә көн һайын тигәндәй юлда йөрөргә тура килә. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй, кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ алып, рулгә ултырғанбыҙ икән, иғтибарлы, уяу булайыҡ.


Читайте нас: