Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
27 Октябрь 2019, 18:45

Зыяратта урын өсөн дә талашалар икән... Тәүбә!

Зыяратта урын өсөн дә талашалар икән... Тәүбә! Күгәрсен районында

Зыяратта урын өсөн дә талашалар икән... Тәүбә!


Күгәрсен районындағы бер ауылда ҡәбер өсөн низағ бара. Унда бер ханым өс йыл элек вафат булған Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының ҡәберен күсереүҙе талап итеп тауыш сығара.


Имеш, был урын уларҙың нәҫеленеке. Бынан тыш, яһил ханым ветерандың әбейенән әхлаҡи зыянды ҡаплатыу өсөн 100 мең һум аҡса ла һорай.


Йома ошо хәлгә бәйле районда суд булған. Ике сәғәт ярым барған судта ветеран әбейен яҡлап сыҡҡандар.


“Ул беҙҙән аҡса һурырға теләне, килеп сыҡманы, – ти ветерандың туғандары. – Суд ғәҙел ҡарар ҡабул итте – зыяраттығы был урын уныҡы түгел”.


Эй, кешеләр! Хәҙер зыярат өсөн дә талаша башланыҡ түгелме? Ҡыҫҡа ғына бирелгән ғүмерҙә татыу, матур йәшәһәк ине.


Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: