Башҡорт шәленең данын һәм баһаһын күтәреүсе көләс йөҙлө, тилбер ҡуллы уңған ҡатындар нәҡ Ейәнсурала йәшәгәнен берәү ҙә инҡар итмәҫ. Иҫәнғолда йәшәүсе Зөлфиә Бикбулатова тап шундай оҫталарҙың береһе. Ул республика "Башҡорт шәле" конкурсында бер нисә тапҡыр гран-при яулаған. Быйыл да шәл байрамына бик матур ҡупшы шәл әҙерләп ҡуйған. Уға уңыштар теләйбеҙ!.