Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
31 Октябрь 2019, 20:00

Тәгәрмәстәреңде ҡышҡыға алыштырҙыңмы?

Тәгәрмәстәреңде ҡышҡыға алыштырҙыңмы? Һауа шарттарының боҙолоуына һәм юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы автомобилселәрҙән машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыуҙарын һорай.Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ!

Тәгәрмәстәреңде ҡышҡыға алыштырҙыңмы?
Һауа шарттарының боҙолоуына һәм юлда боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүгә бәйле Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы автомобилселәрҙән машиналарының тәгәрмәстәрен алмаштырыуҙарын һорай.
Боҙлауыҡ һәм ҡар яуыу кеүек тәбиғи күренештәр транспорт йөрөтөүсе өсөн хәүеф сығанағы булыуы ихтимал. Иртә ҡараңғы төшөү менән был метеорологик күренештәр юлдың күрешен насарайта һәм хәүефһеҙ автомобиль йөрөтөүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуның өсөн автомобиль йөрөтөүселәргә бик ныҡ иғтибарлы булырға кәрәк, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, хәүефһеҙ дистанция тотарға һәм һауа торошоноң шарттарын иҫәпкә алып тиҙлек режимын һайларға кәрәк. Кәрәге булмаһа, юлға сығыуҙан тыйылырға кәңәш ителә. Әгәр һеҙ юлға сығырға уйлаһағыҙ, автомобилдең төҙөклөгөн, кәрәкле ҡоралдың булыуын тикшерегеҙ. Транспорт йөрөтөүселәргә йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыларына алмаштырырға кәңәш бирелә.
Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә юлда йөрөү тәртибен үҙгәртергә: арауыҡты арттырырға, тиҙлек режимын үтәргә, киҫкен маневрҙар яһамаҫҡа, ҡапыл туҡтамаҫҡа тәҡдим итәләр.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү һеҙҙең һәм һеҙҙең яҡындарығыҙҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡаласаҡ!
Читайте нас: