Башҡортостанда 1 ноябрҙә балалар баҡсалары коллективтарында сираттан тыш йыйылыштар уҙҙы.
Унда баҡсаға инеү ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштереү, килеүселәрҙе контролгә алыу ҡаралды.
Хатта ата-әсәләргә лә ҡағиҙәләр ҡатмарлашасаҡ. Асҡыстарын онотҡан осраҡта, тик тәрбиәсе аша исем-фамилияны әйтеп, кем артынан килеүен әйткәс кенә инә аласаҡтар. Һәр килгән сит кешене журналға яҙып барасаҡтар. Иртән һуңлағандарҙы туғыҙҙан һуң баҡсаға индермәйәсәктәр, хатта баланы ла.
Шулай уҡ Яңы йыл байрамында ла ата-әсәләргә сикләү булыр, ахыры.
Былар барыһы ла баҡсаға йөрөгән бәләкәстәрҙең хәүефһеҙлеге өсөн эшләнәсәк. Сөнки ошо көндәрҙә Нарьян-Марҙа бер иҫерек ҡәбәхәт инеп йоҡлап ятҡан сабыйҙың ғүмерен ҡыйҙы. Наркологта дауаланып йөрөгән Денис Поздеев был ҡылығын галлюцинация менән аңлатҡан, ҡолағыма бойороҡтар ишетелде, тигән ул. Әле уның аҡыл яғын тикшерәләр.
Бындай ҡайғы кисергән кешеләргә Алаһы Тәғәлә түҙемлек бирһен…