Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Ноябрь 2019, 11:35

Киләсәккә билет

Беҙҙең райондың Абзан мәктәбенән 11-се класынан – 10, Иҙелбәк мәктәбенән 8, 9, 10-сы кластарҙан 10 уҡыусыға ошо сарала ҡатнашыу бәхете тейгән. Балалар был сараға барыр өсөн тәүҙә тест һорауҙарына яуап биргән, ныҡлы әҙерләнгән. Уларҙы Өфөгә уҡытыусылар: Иҙелбәктән – Гөлназ Төрөпҡолова, Абзандан Зилә Вәлиева алып барған.

2019 йылдың 20-31 октябрендә “Мәғариф” милли проектының “Киләсәккә билет” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфөлә һөнәрҙәр фестивале уҙҙы.
“Киләсәккә билет” иртә һөнәри йүнәлеш буйынса проект Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дөйөм белем биреү ойошмаларының 6-11 синыф уҡыусылары өсөн уларҙың буласаҡ һөнәри эшмәкәрлектәрен аңлап һайлауҙарын үҫтереү өсөн эшләнгән һәм тормошҡа ашырыла. Проекттың маҡсаттары – Рәсәй мәғарифының көнәркәшлеккә һәләтлелеген арттырыу, шулай уҡ Рәсәйҙең дөйөм мәғариф сифаты буйынса ун алдынғы ил исемлегенә инеүе.
Проектта ҡатнашыусы төбәктәрҙең күпселегендә һөнәри йүнәлеш маҡсаттарында практик саралар иҡтисад үҫешенең төп йүнәлештәренә тап килә. “Киләсәккә билет” проектында ҡатнашыу йомғаҡтары буйынса уҡыусы һөнәри траекторияһын төҙөү буйынса шәхси кәңәштәр ала.
Беҙҙең райондың Абзан мәктәбенән 11-се класынан – 10, Иҙелбәк мәктәбенән 8, 9, 10-сы кластарҙан 10 уҡыусыға ошо сарала ҡатнашыу бәхете тейгән. Балалар был сараға барыр өсөн тәүҙә тест һорауҙарына яуап биргән, ныҡлы әҙерләнгән. Уларҙы Өфөгә уҡытыусылар: Иҙелбәктән – Гөлназ Төрөпҡолова, Абзандан Зилә Вәлиева алып барған.
Һөнәрҙәр фестивалендә уҡыусылар төрлө һөнәр эйәләре менән осрашып, "түңәрәк өҫтәл"дәрҙә ҡатнашҡан, яңыса технологияларҙың эш барышы менән танышҡан. Федераль һәм төбәк эш биреүселәре 90-дан ашыу профессия буйынса практик дәрестәр әҙерләгән, балалар үҙҙәрен төрлө йүнәлештәр буйынса һынап ҡараған.