Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
5 Ноябрь 2019, 17:00

Үргендә Балан байрамы үтте

Дауа ла, ризыҡ та... иҫтәлек тә Үргендә Балан байрамы үтте Ауыл мәҙәниәт йортона барып ингәс тә, тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡланы.

Дауа ла, ризыҡ та... иҫтәлек тә

Үргендә Балан байрамы үтте

Ауыл мәҙәниәт йортона барып ингәс тә, тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡланы. Өҫтәлдәрҙә тулып ултырған төрлө-төрлө балан ризыҡтарынан килә ине ул бала саҡтан таныш, танһыҡ еҫ. Үрген ауылы китапханасыһы Гөлнәзирә Ейәнбирҙина сараны асып, балан тураһында байтаҡ мәғлүмәттәр бирҙе. Баҡһаң, йәш ҡыҙҙар өсөн ул –мөхәббәт һәм бәхет емеше икән. Ҡайһы бер халыҡта балан туй ҡыуағы булып һанала. Элек туй алдынан кәләш кейәү егетенә балан емештәре, япраҡтары һүрәте сигелгән таҫтамал бүләк итә торған булған. Айырым урындарҙа кәләштең туй күлдәген, туй табынын балан менән биҙәү ғәҙәте бөгөнгәсә юғалмаған.Йәш пар алдына ҡуйылған ризыҡтарҙы ал таҫма бәйләнгән балан тәлгәше менән биҙәгәндәр. Балан йәштәргә матур, бәхетле тормош килтерһен тип эшләнгән был йола.

Ағинәйҙәр артабан берәм-берәм тороп, баландың файҙаһы тураһында һөйләп, үҙҙәре әҙерләгән ризыҡ менән таныштырҙылар, балан йыйыуға бәйле иҫтәлектәре менән уртаҡлаштылар. Ә хәтирәләр һәр береһендә етерлек ине. Элек ҡәрсәй-өләсәйҙәр баланға күп осраҡта яңғыҙ йә икешәрләп кенә йөрөр булған. Һәр береһенең үҙе генә белгән баланлығы булған. Баланлытау, Уҫаҡкисеү буйы, Майлыһаҡ шырлығы – ошо шифалы емешкә бай урындар булып тора. “Уларға күренмәй генә, шым ғына барып беҙ ҙә баланлы төбәктәрҙе белеп үҫтек”, – тип һөйләне улар. Рәсимә Аҙнабаева иһә ҡәрсәйе менән баланға йөрөүҙәрен хәтерләп, нәҡ боронғоса, кипкән баландан да ҡаҡ ҡойоп, ләүеш бешереп килтергән. Шәмсинур Ейәнбирҙина, Таңһылыу Янбаева, Илсийәр Фәхретдинова, Лилиә Аҡсурина, Резедә Йәмилева, Гүзәл Аҡсуриналар ҙа хәтирәләре менән уртаҡлашып, үҙҙәре әҙерләп килтергән балан ҡатығы, асыҡ бәлеш, балан һыуы, джемы кеүек ризыҡтарҙы тәҡдим иттеләр. “Элек шәкәр булманы, баланды шәкәр сөгөлдөрө ҡушып бешерҙеләр. Ҡунаҡ саҡырыр булһалар, табынға ҡош теле һәм балан ләүеше ҡуйҙылар, иң затлы ризыҡ шулар ине”, – тине Гүзәл Әсхәт ҡыҙы.


Тулыраҡ "Ейәнсура таңдары" гәзитенең 89-сы һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: