Яҙ етте. Егет үҙенә урын таба алмай ҡаңғырҙы. Уҡыуҙар тамамланып килә, Флүзә тыуған яғына ҡайтып китәсәк.
Бер көн эштән ҡайтышлай Фәрит юл буйынан теҙелеп үҫкән умырзаяларҙы йыйып алды. Өйгә инеү менән сәскәләрҙе дәрескә әҙерләнеп ултырған Флүзәгә тотторҙо.
– Ой, ниндәй матур сәскәләр...
Ҡыҙ ҡыуанысынан ағаһының битенән үбеп алды. Фәрит башы әйләнеүҙән ауып китә яҙҙы. “Их, Флүзә, Флүзә, белһәң икән ағайыңдың хәлгенәһен...” Әрнеүле тойғолар менән егет тышҡа сығып китте.
Уҡыуҙар тамамланды. Флүзә ҡайтырға йыйынды. Иң алда Сәлимә еңгәй илауланы:
– Эй, ҡыҙым, ҡыҙым, һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ инде? Үҙ ҡыҙымдай күреп, өйрәнеп бөткәс-ниткәс, ҡайтып китәһең бит, балаҡайым...
– Ярай, инәй, юл төшкән һайын килеп торормон. Хат яҙырмын, – тип йыуатты ҡыҙ.
Фәрит ҡыҙҙы вокзалға “Москвич”та илтеп ҡуйҙы. Бына поезд ҡуҙғалырға ваҡыт етте. Кешеләр вагондарға инә башланы. Фәрит тә Флүзәнең сумаҙан, сумкаларын күтәрешеп вагонға инде, әйберҙәрен урынлаштырҙы. Унан, ҡабаттан бер ҡасан да күрмәҫтәй булып, ҡыҙға текәлде. Оҙатыусыларға вагонды бушатырға бойорҙолар.
– Ярай, Фәрит ағай, һаубуллашайыҡ. Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә. Мин инәйҙе лә, һине лә ныҡ яратам...
Флүзәнең тауышы ҡалтыранды, күҙҙәренә йәш тулды.
– Ярай, илама, һеңлем... Ғүмер булһа, осрашырбыҙ әле. Главное, һау булайыҡ. Мин дә һине ныҡ яратам...
Ҡапыл ҡыҙҙы сикәһенән үпте лә тышҡа һикерҙе.
Поезд ҡуҙғалып китте. Фәриттең эсендә, әйтерһең дә, бер нәмә “шарт” итеп өҙөлгәндәй булды. Машинаһын ҡабыҙҙы ла ҡайтыр юлға төштө. Урманлыҡҡа ингәс, ҡапыл туҡтаны. Машинанан сыҡты ла йәшел үлән өҫтөнә салҡан ауҙы. “Их, Флүзә... Туғаным минең... Мөхәббәтем минең... Һинһеҙ миңә нисек йәшәргә...” Һул ҡулы менән янып-өтөлөп барған күкрәген ҡаплап, оҙаҡ ҡына ерҙә йөҙ түбән ятты.
Көндәр үтә торҙо. Флүзә булмағас, өйҙөң йәме киткәндәй булды. Егет уй-хәсрәтен эш менән баҫты. Ул көн дә ҡыҙҙан ҡош телендәй генә булһа ла хат-хәбәр көттө. Июль аҙаҡтарына көткән хат килеп төштө. Фәрит тулҡынланып конвертты асты. Унан хат менән бергә открытка килеп сыҡты.
“Ҡәҙерле туғандарым – инәй, Фәрит ағай! Һеҙҙе 20 август көнөнә туйыма саҡырам. Көндөҙгө сәғәт өстә ЗАГС тантанаһы. Һеҙҙе һағынып – Флүзә”.
Открыткаға яҙылғандарҙы уҡығас, егеттең аяҡ аҫтында ер сайҡалғандай булды. Ул үҙен тар утлы ҡумта эсендә ҡыҫылып ҡалғандай тойҙо. Ә шулай ҙа ошондай ҡот осҡос дөрөҫлөктөң бер көн килеп алҡымынан алып, бәкәленә һуғып йығасағын белә ине ул...
Фәрит ҡайҙа бәрелеп-һуғылырға, нимә уйларға белмәне. “Китергә! Себерҙә йәшәгән Фирғәт ағаһы янына китергә! Эшкә китергә! Унда, бәлки, Себер мөхитендә, барыһы ла әкренләп онотолор... Эйе, онотолор! Унан әсәләрен дә яндарына күсереп алырҙар...”
Бесәнде тиҙ генә әҙерләп бөттө лә күрше ауылдағы ике егет менән алдағы аҙнала Себер тарафтарына юлланырға әҙерләнде.
Ошо арала Ҡасим дуҫын күргәне юҡ. Уның бесәндә икәнлеген белгәс, машинала сабынлығына юл тотто. Дуҫының хәлен бер ҡарауҙан аңлаған Ҡасим өндәшмәй ҡалыуҙы ҡулай күрҙе. Егеттәр кипкән бесәнде йыйып, күбәләп ҡуйҙылар. Эште ослағас, тамаҡ ялғарға ултырҙылар. Дуҫы ҡайҙандыр араҡы килтереп сығарғас, Фәрит эсеүҙән ҡырҡа баш тартты.
– Юҡ, дуҫ, баш былай ҙа тубалға әйләнгән... Давай, былай ғына һөйләшеп ултырайыҡ.
Тик һүҙ бер нисек тә бәйләнмәне. Ҡасим Фәриттең яурынына ҡулын һалды, уны йыуатырға тырышты.
– Их, друг... Шулай инде. Бер һин түгел мөхәббәтен юғалтҡан... Ярай, танауҙарҙы төшөрмәйек әле. Беҙгә тигән ҡыҙҙар үҫеп, яурындарына көйәнтә элеп, яңы һыуға йөрөй башланылар. Бешкәндәрме-юҡмы, маңлайҙарына сиртеп ҡарап, һайлап алырбыҙ әле кәләшкә үҙҙәрен.
Фәрит өндәшмәне. Ҡапыл түш кеҫәһенән конверт алды ла дуҫына һондо. Тышына бер ни ҙә яҙылмаған конвертты тотоп, Ҡасим аптырап ҡалды.
– Беләһең кемгә икәнен. Туй уҙғас, мәктәпкә документтарын алырға киләсәк. Бында эшкә килмәй, үҙҙәренең яғына ҡайта. Хатты күҙ ҡараһылай һаҡла. Үҙенә генә бир.
Ҡасим ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты.
Ҡараңғы төштө. Дуҫы үҙе янында ҡыуышта ҡалырға өгөтләһә лә, Фәрит юлға сыҡты. Ул ауылға урау юлдан ҡайтманы, тау аша туранан ынтылды. Тауға менеп еттем тигәндә генә ҡаршыға бесән тейәгән йөк машинаһы килеп сыҡты. Был көн буйы кешеләргә бесән ташып, эсеп-иҫереп ҡайтып барған амбал Әхәт ине. Машинанан килгән көслө яҡтылыҡҡа күҙҙәре сағылған Фәрит, әлбиттә, уны таный алманы. Ә Әхәт йәшел төҫтәге “Москвич”ты бик тиҙ аңғарҙы. Лыҡа иҫереп ҡайтып барһа ла, ҡапҡа төбөндәге ваҡиғаны иҫенә төшөрҙө. Яңаҡтары өр-яңынан сатнап киткәндәй тойолдо. Асыуы шул тиклем ҡайнаны, муйын тамырҙарына килеп тығылған ҡандан хатта тыны ҡыҫылды...
“Ну, ты, герой... Давай, кто кого... Бында һинең ҡапҡаң алды юҡ...”
Фәрит уға юл бирҙе, уңға ҡайырылды. Ул ситкә боролған һайын, Әхәт машинаһын ажғыртып, уға табан боролдо, өҫтөнә ынтылды. Юл бирә-бирә “Москвич” текә ярҙың ҡырына килеп етте. Машинаның ажғырып килеп уға тағы бер тапҡыр бәрелеүе булды, юлында осраған таштарға бәрелә-ҡаҡлыға аҫҡа тәгәрәне...
Был ҡот осҡос хәл барыһын да шаңҡытты. Фәритте бөтә ауыл һуңғы юлға оҙатты.
– Ул үҙе лә иҫерек ине, – тип аҡланып маташҡан Әхәтте ҡулға алдылар. Ул һаман да айнығып етмәгәйне.
Көтөлмәгән ҡайғынан аяғынан йығылған Сәлимә еңгәйҙе өлкән улы Себергә алып ҡайтты. Әлегә донъяға күҙ-ҡолаҡ булып тороу Ҡасимға ҡалды.
Дуҫын ҡапыл ғына юғалтыу ҡайғыһынан Ҡасим бер ни тиклем шаңҡып-ҡатып йөрөнө. Бөтә булып уҙған ваҡиға, бер ҡараһаң – өн, бер ҡараһаң, төш һымаҡ булып күренде. Барыһы ла таралышып, Сәлимә еңгәйҙе Себергә оҙатҡас, дуҫының өйөндә бер яңғыҙы ҡалды. Оло өйҙөң иң түрендә дуҫының эленеп торған һалдат кейемен күргәс, йөрәген тотоп, “лып” итеп ултырғысҡа ултырҙы. Ике тәҙрә араһына ҡуйылған ҙурайтылған фотонан хәрби кейемдәге дуҫы йылмайып ҡарай. “Их, друг, друг! Ниндәй “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә дошман пуляһы һине ала алманы, ә амбал Әхәт ғүмереңде ҡыйҙы...”
Ҡасим, өҫтәлгә башын һалып, үкһеп-үкһеп иланы. Күҙ алдына дуҫы менән бергә үткәргән бала сағы килеп баҫты. Бәләкәй саҡтан дуҫ булды улар, бер ҡасан да айырылманылар. Ҡайһы саҡта үҙ-ара һыйыша алмай зыҡ ҡубырҙар ине. Унан һуң инде көрмәкләшеүҙәр башлана. Бер-береһенә ысҡынмаҫтан сат йәбешеп алалар ҙа аяҡ салып ергә ҡолатыуҙар китә. Еңелгәне, һөрән һуғып, зар илап өйөнә ҡайтып китә. Еңгәне, яуҙа еңгән батыр ҡиәфәтендә, теш араһынан ергә “серт” төкөрөп, бөйөрҙәренә таяна ла өндәшмәй ҡарап ҡала.
Икеһенә лә биш йәштәр тирәһе булғандыр. Сәлимә еңгәй ҡаланан уларға бер иштән һап-һары төҫтә сандалыйҙар алып ҡайтты. Сандалыйҙарҙы кейеп алғас, йорт тирәләй улай-былай йүгерештеләр ҙә Ҡарайылғаға табан саптылар.
Бик оҙаҡ ҡына йылғаның иң тәрән урынын һайланылар. Ярҙан тороп, йыйған таштарын һыуға кәйелтә башланылар. Кем алыҫыраҡ ырғыта, йәнәһе. Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, тик бына Ҡасимдың йыйған таштары бөтөп ҡуйҙы. Тирә-яғына алан-йолан ҡаранып та таш таба алмағас, Ҡасим бер сандалыйын сисеп алды ла һыуға кәйелтеп ебәрҙе. Фәриттең дә еңелергә уйы юҡ ине. Уның да һыңар сандалыйы таш урынына һыуға осто. Ҡалған сандалыйҙарға ла һыуҙа урын табылды. Өйгә йүгереп ҡайта һалдылар ҙа “һә” тигәнсе Фәриттең әсәһенең алдына ялан аяҡ килеп баҫтылар.
Фәрит бик үкенгән ҡиәфәттә:
– Аҡты... – тине лә әсәһенә ҡараны.
Сәлимә еңгәнең ҡото алынды.
Фәрит, ҡурҡыуҙанмы, сандалыйҙың исемен онотто ла аяҡ бармаҡтарын ҡыбырлатты.
Ул арала телдәр Ҡасим дуҫына ярҙамға ашыҡты.
– Беҙ сандалыйҙарҙы ош-шо-лайты-ы-ып тороп һыуға бырғатып ебәрҙек!
Ҡулдарын һелтәп-һелтәп ғәйрәтләнеп һөйләгән Ҡасимға ҡарап, Сәлимә еңгәй ни көлөргә, ни көйөргә белмәне.
Ҡасимдың уйҙарын йорт алдына килеп туҡтаған машина тауышы бүлде. Был Флүзә ине. Күп илауҙан күҙҙәре ҡыҙарған ҡыҙ Ҡасимды күреү менән барыһын да аңланы. “Ысын икән...”
Ҡасим кеҫәһенән Фәриттең хатын алды ла ҡыҙға һондо. Үҙе, күңеле тулып, башын ситкә борҙо. Бер ни аңламаған Флүзә ҡалтыранған ҡулдары менән оҙаҡ ҡына конвертты аса алмай интекте. Унан асты ла уҡый башланы.
“Һаумы, Флүзә! Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәндән һуң барыбер ҙә уй-тойғоларымды һиңә еткереүҙе кәрәкле һананым. Мине ғәфү ит. Был – тәүге һәм һуңғы хат. Мин Себер яҡтарына юлланам. Унда Фирғәт ағайым янына эшкә урынлашам. Аҙаҡ әсәйҙе лә үҙебеҙгә күсереп алырбыҙ.
Туйыңа саҡырыуыңа рәхмәт. Тик мин унда бара алмайым. Бәхетле бул. Яратам бит мин һине, Флүзә! Тик һин минең туғаным булып сыҡтың... Миңә һине яратырға ярамай ине...”
Йөҙө ҡағыҙ һымаҡ ағарған ҡыҙ, бер нөктәгә текәлеп, әкрен генә ҡапҡа бағанаһына һөйәлде.
– Уй-й-й, Фәрит ағайым...
...Ҡайһы аралалыр сыҡҡан көслө ел хатты Флүзәнең ҡулынан тартып алды ла осортоп алып китте. Ҡасим артына әйләнеп ҡараны. Хат ел ыңғайына зыярат яғына оса ине.