Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Ноябрь 2019, 15:00

Борай бәлеше

Ял көндәренә бик тәмле бәлеш рецебы Борай бәлеше бик файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ. Бигерәк тә ҡаҙ йәки өйрәк кеүек ҡош ите менән тәмле буласаҡ!

Ял көндәренә бик тәмле бәлеш рецебы

Борай бәлеше бик файҙалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ. Бигерәк тә ҡаҙ йәки өйрәк кеүек ҡош ите менән тәмле буласаҡ!

Ҡамыр өсөн: 250 грамм ойоған һөт йә магазин каймағы, самалап сода, тоҙ, үҫемлек майы, һыйыр майы ла һалып ебәрһәң тағы ла тәмлерәк, сама менән он һалып бик ҡаты итмәй ғәҙәти ҡамыр баҫабыҙ, “ял” иттерәбеҙ. Хәйер, ҡамырҙы һәр кем үҙ рецебы буйынса яһай ала.


Ҙур табаға эслек өсөн: 900 грамм борай ярмаһы (полба), 300 грамм ҡаҙ йә өйрәк ите, 200-300 грамм һыйыр ите, 200 грамм май, һуған, тоҙ, борос.

Һуғанды ваҡлап турарға һәм майҙың яртыһында ҡыҙҙырырға. Ярманы оҙаҡ ҡына бүрттерергә, һалҡын һыу менән йыуҙыртырға. Иттәрҙе шаҡмаҡлап турарға. Барыһын бергә болғатырға, ҡалған майҙы иретеп һалырға, тоҙ һәм борос ҡушырға.


Ғәҙәттәгесә бәлеш яһарға. Мейестә оҙаҡ ҡына, кәм тигәндә 1,30 сәғәт бешерергә.

Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: