Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ноябрь 2019, 11:00

Был эш иң изгеләрҙән булды һәм булып ҡала

10 ноябрь – РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөПолиция участковыйҙары халыҡҡа иң яҡыны, уларҙың эш урындары кабинеттарҙа ғына түгел, ә күпселек осраҡта, граждандарҙың йорттарында, фатирҙарында һәм урамда. Ҡағиҙә булараҡ, улар тәүгеләрҙән булып ауыл халҡына ярҙамға килә. Йыш ҡына хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә улар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.

Полиция участковыйҙары халыҡҡа иң яҡыны, уларҙың эш урындары кабинеттарҙа ғына түгел, ә күпселек осраҡта, граждандарҙың йорттарында, фатирҙарында һәм урамда. Ҡағиҙә булараҡ, улар тәүгеләрҙән булып ауыл халҡына ярҙамға килә. Йыш ҡына хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә улар үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя.
Әнүәр Лотфулла улы Әминев Муйнаҡ ауыл биләмәһендә участковый булып 2006 йылдан эшләй. Ауыл хужалығы университетының зооинженерия бүлегендә ҡортсо белгеслегенә уҡыған егет үҙен эске эштәр бүлегендә эшләрмен тип күҙ алдына килтермәй ҙә. Диплом алғас, почтала ике йыл эшләй. Ул ваҡытта егет ғаилә ҡорған була, ҡатыны Ләйсән балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй. Йәш ғаилә башлығын полицияға нимә килтергәндер, әммә Әнүәргә был эш оҡшап ҡала, һәм әлеге ваҡытта участковый булып хеҙмәт итеүенә бер ҙә үкенес тойғоһо кисермәй.
– Колхоз тарҡалғас, халыҡ аптырап ҡалды, күпселек эскелеккә бирелеп китте. Шуға ла тәү йылдары эскелек, уның арҡаһында сыҡҡан ғаилә-көнкүреш янъялдары күп була торғайны. Хәҙер кәмене. Эскелек күҙгә күренеп аҙайҙы. Халыҡтың аңы, фекерләүе үҙгәрҙе, бигерәк тә йәштәр тырышып донъя көтәбеҙ тип торалар, – тип һөйләй Әнүәр Лотфулла улы эше тураһында. Ул Муйнаҡ ауыл биләмәһенең ете һәм Абзан ауыл биләмәһенән Самаҙы ауылын хеҙмәтләндерә. Инде тәжрибәле участковыйҙы һәр ауылда танып-белеп торалар.
Әнүәр Лотфулла улы биләмә башлыҡтарына, ауыл старосталарына, ҡатын-ҡыҙҙар советына таянып эшләй. Ҡатыны Ләйсән дә тормош иптәшен аңлап, һәр яҡтан уға терәк булырға тырыша. Уларҙың балалары: улдары Булат, әле әрме хеҙмәтенә алынырға тора, Анил – 10-сы класта, Лиана 2-се класта белем ала, Әнүәр саҡырыуҙарҙа булғанда өйҙәге эштәрҙе башҡарып торалар. Улар аңлай – аталарының хеҙмәте яуаплы һәм ауыр, уның ҡасан ҡайтып инерен дә күҙаллап булмай.
Эйе, участковыйҙың эше күп яҡлы. Өҫтәүенә, уның эше иң изгеләрҙән булды һәм булып ҡала – даими һәм өҙлөкһөҙ енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, йәнәшәлә йәшәгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү, ғаиләләрҙә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә ярҙам күрһәтеү.
Граждандарҙың көндәлек именлеге һәр участковыйҙың эш сифатына бәйле. Ошоно аңлап та хеҙмәт итә Әнүәр Лотфулла улы.
Әйткәндәй...
Участковый – тимәк, һәр йәһәттән белемле булыу, кешеләр менән эш итә белеү, үҙеңдең участогыңдағы халыҡта ихтирам яулау һәм хөрмәтле булыу ул. Ваҡыт үтеү менән участковый вазифаһында хеҙмәт итеү йәшәү рәүешенә әүерелә, уларҙың ял һәм байрам көндәре юҡ, көндөң һәм төндөң ниндәй ҙә мәлендә участка халҡы шылтыратып, һаҡлау һәм ярҙам һорауы мөмкин.
Айгөл Ҡылысбаева. Автор фотоһы.
Читайте нас: