Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ноябрь 2019, 20:00

Киске ашҡа тәмле ризыҡ

Киске аш мәле яҡынлаша. Бөгөн яҡындарыбыҙҙы ниндәй ризыҡ менән һөйөндөрәйек икән, хөрмәтле хужабикәләр? Әйҙәгеҙ, духовкала тәмле итеп ризыҡ быҡтырайыҡ. Бының өсөн беҙгә:

Киске аш мәле яҡынлаша. Бөгөн яҡындарыбыҙҙы ниндәй ризыҡ менән һөйөндөрәйек икән, хөрмәтле хужабикәләр? Әйҙәгеҙ, мейестә (духовкала) тәмле итеп картуф, фарш быҡтырайыҡ. Бының өсөн беҙгә:


5-6 картуф, 300 грамм фарш, 3-4 помидор, 100 грамм ҡаты сыр, 3-4 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 50 миллилитр һыу, 3-4 тырнаҡ һарымһаҡ, тәмләткестәр, тоҙ, борос кәрәк.


Фарш ҡош йәки һыйыр итенән булһа ла ярай. Уны һауытҡа һалабыҙ, тоҙ, борос, ваҡланған һарымһаҡ ҡушып болғайбыҙ. Айырым һауытта картуфты әрсеп, нәҙек итеп турайбыҙ, тәмләткестәр, тоҙ, борос, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ.


Тәүҙә формаға картуфты тигеҙләп йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә фаршты, шунан ҡырҡылған помидорҙы тоҙлап, борослап йәйәбеҙ, бер ике ҡалаҡ ҡаймаҡты һыуҙа туғып, өҫтөнә ҡоябыҙ.


Духовканы 200 градусҡаса ҡыҙҙырабыҙ һәм 45 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Ошо ваҡыт үткәс, ҡырғыс аша сыр үткәреп, өҫтөнә һибәбеҙ. Тағы ла 10-12 минутҡа духовкаға ҡуйып алабыҙ. Әҙер ризыҡҡа йәшел тәмләткестәр һибергә лә мөмкин.


Ашығыҙ тәмле, торомошоғоҙ йәмле булһын!
Читайте нас: