Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ноябрь 2019, 16:00

МАзовтар табылырмы?

Республика интернет баҫмаларының береһенә "Мин МАЗОВтарың ҡайҙалығын беләм", - тигән хәбәр менән бер кеше мөрәжәғәт иткән.

Республика интернет баҫмаларының береһенә "Мин МАЗОВтарың ҡайҙалығын беләм", - тигән хәбәр менән бер кеше мөрәжәғәт иткән. СИЗО-ла эшләп йөрөгән ҡатын уларҙың ҡайҙалығын күҙаллауы менән уртаҡлашҡан., йәшенеү өсөн идеаль урын – ташландыҡ "Рыбнадзор" биләмәһе. Ул Ташкисеү күпере янынан йыраҡ түгел ерҙә урынлашҡан.


Ҡатындың фекеренсә, унда ике ташландыҡ будка бар. Артем менән уның ике улының шунда йәшенеп ятыуы ихтимал. Ул ошо күҙаллауы менән полицияға мөрәжәғәт итеп, тикшертмәксе.


Артем һәм уның малайҙарының юҡ булыуына ике аҙна тула. Яңылыҡтар юҡ, тик эҙләү туҡталмай. Хәҙер Ҡариҙелдән генә түгел, Ағиҙелдән дә эҙләй башланылар.


Был ғаиләнең фажиғәһе республика халҡын битараф ҡалдырманы. Ирекмәндәр ҙә эҙләшә, махсус хеҙмәттәр ҙә әүҙем эшләй. Күрәҙәселәр ҙә килеп ҡыҫылды хатта. Тик улар, ғаилә был донъяла юҡ инде, тип һанай.


Ә был ҡатынға килгәндә, ул үҙе СИЗО-ла эшләй һәм тойомлауы көслө тип белдерә. Әллә инде... Яҡшы яңылыҡҡа өмөтләнеүҙе дауам итәйек.
Читайте нас: