Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
9 Ноябрь 2019, 23:57

НИҢӘ?

КамАЗдың тормозы тотмаған Благовещен районында биш машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был хаҡта ЮХХДИ хеҙмәте хәбәр итә.

Благовещен районында биш машина ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Был хаҡта ЮХХДИ хеҙмәте хәбәр итә.


Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, бәлә КамАЗ машинаһының тормозы эшләмәүе арҡаһында килеп сыҡҡан.


Йөк машинаһы дүрт автомобиль өҫтөнә килеп менгән. “Лада Ларгус”, “Лада Приора”, “Сузуки” һәм йөк трейлеры “Мэн” ҙур зыян күргән.


Ярай әле, фажиғә ҡорбандары юҡ. “Лада Ларгус” водителенә медицина ярҙамы талап ителгән. Ваҡиға урынында полиция һәм ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.


Водителдәрҙән юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙәрен үтенәбеҙ.


Фото: ЮХХДИ
Читайте нас: