Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2019, 13:57

Уҡытҡан өсөн компенсация

Башҡортостанда йәшәүселәр декрет ялындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеге проекты буйынса фекер алышыуҙа ҡатнаша ала. Яңылыҡ эшҡыуарҙарға декретта ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың мәшғүллеген ойошторған өсөн субсидия түләүҙе күҙ уңында тота.

Декрет ялындағы әсәләр мәшғүллек хеҙмәттәре иҫәбенә квалификацияһын күтәрергә йәки яңы һөнәр алырға мөмкин. Бының өсөн республика бюджетынан өҫтәмә аҡса бүләләр.

Хөкүмәт ҡарары проектына ярашлы, өс йәшкә тиклемге балаһы булған хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытҡан өсөн эшҡыуарҙарға һәм юридик берәмектәргә компенсация бирелә. Эш биреүсе уҡытыуҙы үҙе ойоштора һәм курстар өсөн аҡса түләй. Уҡытыу күп тигәндә 6 ай дауам итеүе мөмкин, ә республика уға был сығымдарҙы ҡаплай.

2019 йылдың 27 ноябренә тиклем ҡарар проектының тексы менән танышырға һәм уны тикшереүҙә ҡатнашырға мөмкин.

Документты «Ҡатын-ҡыҙҙар мәшғүллегенә ярҙам күрһәтеү – өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттарын булдырыу» проекты сиктәрендә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы әҙерләгән.

Читайте нас в