Өфөлә «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсының финалы булды. Башҡорт телендәге шиғри бәйге 9 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙҙы. Быйыл конкурс Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығына бағышланды. Төп бүләк — автомобиль өсөн 500 мең һумлыҡ сертификат.
Тәүге тапҡыр конкурста актер һәм режиссер белеменә эйә булғандар ғына ҡатнашты. Улар араһында башҡорт һәм татар театрҙарының танылған актерҙары – Суфия Ҡорбанғәлиева, Нәғим Нурғәлин, Римма Ҡаһарманова, Илгиз Таһиров, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Фәнис Рәхмәтов, Зөлфиә Хәлилова, Шәһитулла Хамматов, алып барыусылар Земфира Байбулдина, Фәрүәз Урманшин һәм башҡалар.
«2019 йылда тотош илебеҙ менән Башҡортостандың халыҡ шағиры, башҡорт драматургияһының аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығын һәм бер үк ваҡытта Театр йылын билдәләйбеҙ, — тине проект авторы һәм етәксеһе Наилә Сәфәрғолова. — Мин, ошо проекттың авторы һәм етәксеһе булараҡ, шиғри бәйгене актерҙар һәм режиссерҙар араһында үткәрергә булдым. Был минең өсөн бик мөһим ине, сөнки, минеңсә, театр тамашасыһы һәм Театр Ғали йәнәптәре быйыл айырым иғтибарға лайыҡ. Проектыбыҙҙы яратыусылар был ҡарарҙы аңлап ҡабул итер тип ышанам».
Беренсе бүлектә юбиляр шағирҙың шиғырҙарын һөйләһәләр, икенсеһендә ирекле тема һәм теләгән авторҙы һайлау мөмкинлеге бирелгән. Конкурс йомғаҡтары буйынса «Һүҙ оҫтаһы» номнацияһында Земфира Байбулдина еңде. Ә Фәрүәз Урманшин «Тамашасылар һөйөүе призы»на лайыҡ булды.